Ер шары йылынған һайын ерҙәге һәләкәттәр ҙә бынан 50 йыл элек менән сағыштырғандағыға ҡарағанда биш тапҡыр күберәк осрай. Был хаҡта Бөтә донъя метеорология ойошмаһының генераль секретары урынбаҫары Елена Манаенкова белдергән.
Шулай уҡ, Европа һауа торошо үҙәгендә һуңғы 10 йылда беренсе тапҡыр аномаль дауыл 9 метрлы тулҡындары менән Сочиҙы ҡаплауына иғтибар иткәндәр. Бынан тыш 70 йыл эсендә беренсе тапҡыр “Бeнeдикт” штормы Мәскәү менән Петербургҡа барып еткән. Ҡырым, Владивосток, Магаданда ла төрлө циклондар “донъяға хужа булған” икән! Ә беҙ бында “ниһәйәт, Стәрлетамаҡта буран ҡупты!” тип шатланған булабыҙ. Сөнки Яңы йыл ҡарҙары һағындырған бит…
Римма ҒӘЛИМОВА.