Башланғыс класты тамамлағас 4-5 километр алыҫлыҡтағы ауылға йөрөп уҡыған саҡтарын әле лә иҫенән сығармай ул. Белемгә ынтылған ҡыҙ 9 класты тамамлағас химия-технология техникумына укырға инергә теләй. Әммә ул 24-се һөнәрселек техник училищеға урынлашып, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Ул саҡта йүнәлтмә менән практика үтергә тейеш булалар. Шул рәүешле ул Өфө Моторҙар төҙөү заводына ике йылға ебәрелә.
Аҙаҡ ата-әсәләре Стәрлетамаҡтан фатир алғас, ҡыҙ ҙа бында күсеп килә. Ауылда дуҫлашып йөрөгән егетен армияға оҙатып, көтөп ала. Уның менән өйләнешеп, 25 йыл бергә йәшәп ҡалалар. Үкенескә ҡаршы, бынан 23 йыл элек Зоя Александровна тол ҡала. Ике ҡыҙы, өс ейәнсәре менән ғорурланып йәшәй. Ә балалар баҡсаһы ябылғандан һуң да ул аптырап ҡалмай, “Сода”ла юл эшсеһе булып эшләп хаҡлы ялға сыға, ошо заводтың хеҙмәт ветераны ул! Хаҡлы ял тип тормай, әле лә эшкә кереп, ғаилә каҙнаһына файҙа килтерә.
Шулай инде, эшләп өйрәнгән кеше эшһеҙ тора алмай. Әле лә ул балаларын, хеҙмәттәштәрен үҙе бешергән тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Ул эшләгән урында уның егәрлегенә барыһы ла һокланалар.
Яңы урында өс ай ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, Зоя апай Рябцева хеҙмәттәштәренең күңелен яулап та өлгөргән. Уның һымаҡтар һәр ҡайҙа ла кәрәк!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.