Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2021, 05:15

Ике яҡлы килешеү йәки мәғариф һәм мәҙәниәт – айырылғыһыҙ…

БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Хеҙмәттәшлек сиктәрендә театраль, музыкаль һәм хореографик сәнғәт өлҡәһендә ижади һәм халыҡ коллективтары араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү күҙаллана. Шулай уҡ йәштәр ойошмаларын һәм ижади союздарҙы иҫәпкә алып, мәҙәни-ял һәм йәмәғәтселек ойошмалары буйынса бәйләнештәрҙе киңәйтеү тора. БашДУ Стәрлетамаҡ филиалының талантлы һәм һәләтле студенттарын ижади үҫтереү һәм күтәреүгә булышлыҡ итеү мөмкинлеге бар. Театраль-концерт берләшмәһе үткәргән төрлө сараларҙа студенттарҙың ҡатнашыуы ла бәхәсһеҙ. Ә инде ижади кисәләр, конкурстар, фестивалдәр үткәреү, конкурстар һәм фестивалдәрҙең эксперт төркөмдәре составтарында ҡатнашыу элек-электән үк килә.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Харис Әбдрахимов килешеү төҙөүҙең мөһимлеген билдәләп үтһә, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры, профессор Игорь Сыров ике учреждение араһындағы дуҫлыҡ мөнсәбәттәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды:
- Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе -айрылғыһыҙ. Хәҙерге Рәсәй гражданын бары тик мәҙәниәт кенә үҙ Ватаны кешеһе итә ала. Был йәһәттән беҙҙең ойошмалар бер-береһенә оҡшаш: беҙ өҙлөкһөҙ шәхесте булдырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Бөгөн беҙ ҡул ҡуйған килешеү айырыуса көнүҙәк булып тора, ул беҙҙең филиалдың ижади аҫылын үҫтерергә һәм кимәлен күтәрергә булышлыҡ итәсәк, - тине.
Быға тиклем дә тығыҙ бәйләнештә булған ике ойошма рәсми йәһәттән дә нығытылғас,  яулайһы үрҙәрҙең бейеклеген күҙ алдына баҫтырыу ҡыйын түгел. Килешеп эшләүселәргә ижади уңыштар теләргә генә ҡала.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Вадим ЯМАНҺАРОВ фотоһы.

Ике яҡлы килешеү йәки мәғариф һәм мәҙәниәт – айырылғыһыҙ…
Ике яҡлы килешеү йәки мәғариф һәм мәҙәниәт – айырылғыһыҙ…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас