Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2021, 08:10

ҺАҒЫНЫЛҒАН ОСРАШЫУҘАР БАШЛАНЫП ҠЫНА ТОРА…

26 декабрҙә А. Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәге – 7-се моделле китапханала Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының осрашыуы үтте. Сарала БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзалары менән башлап яҙыусылар ҙа ҡатнашты. Буран булыуға ҡарамаҫтан, ваҡытында килеп еткән шағирҙар Рәсим Рәхмәтуллин, Вәрис Аҡбашев, Альберт Ғафаров һәм йәш шағир Илшат Байыҡов яңы шиғырҙарын һөйләп шатландырҙы.

Нәфис  әҙәбиәткә үҙенең шиғырҙары һәм прозаһы менән өлөш индергән ғалимә, профессор Вилә Баймырҙина башҡорт әҙәбиәтендә хәҙерге прозаның үҫеше тураһында һөйләһә, яҙыусы Ишғәле Нурғәлиев үҙенең әҫәрҙе яҙғандағы, нәшер иткәндәге тормош тәжрибәһенә таянып, башлап яҙыусыларға кәңәштәрен еткерҙе.

– Ҡасандыр ойошманы асып ебәреүҙә ҡатнашырға тура килде, ойошма етәксеһе Рауил Ниғмәтуллин ҙур идеялар менән килгәйне: башҡорт гәзите, театры, мәктәбе асыу – һәм былар эшләнде. Күп яҙыусылар ағза булды. Эш күрһәтә алдыҡ. Мин фән өлкәһендә танылдым, төрлө фәнни конференцияларҙа ҡатнашам, Һәм бер генә тапҡыр 2-се урынға сыҡтым, ә ҡалғандарында гел 1-се урын яуланым. Фәнни эштән арығанда әҙәбиәткә ылығам. Ижад – минең өсөн күңел ялы, – тип башланы һүҙен профессор Вилә Искәндәр ҡыҙы. Ғалимә фекеренсә, хәҙерге прозаның 4 йүнәлеше билдәләнә: ысынбарлыҡ, гөрөф-ғәҙәт, постмодернизм, ҡыҫҡа ғына һөйләмдәр менән еңел ваҡиғалар яҙыу . Ысынлап та, прозаның йөкмәткеһе, стиле үҙгәрҙе бит. Хәҙер детектив, мифология, фантазияға өҫтөнлөк бирәләр. Шулай уҡ ғалимәнең проза жанрында ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ир-аттар хакимлыҡ итә, тигән фекере менән сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһе килеште. Вилә Баймурзинаның “Көслө прозаиктар булырға тейеш, психолог булараҡ, һәммәгеҙгә ярҙам итә алам”, – тигән тәҡдиме лә бер кемде лә ғәжәпләндермәне.

Ә инде Ишғәле Нурғәлиевҡа килгәндә, ул һүҙен: “Беҙҙе яратыусылар ҙа, яратмаусылар ҙа бар бөгөн. Китабымды нәшриәттә сығара алыуыма Сабир Шәриповҡа әле булһа рәхмәтлемен”, – тип башланы. – Үҙеңдең позицияңды һаҡлай һәм яҡлай белергә кәрәк! Хәҙерге ваҡытта китап баҫтырыу проблемаһы ҡырҡа тора. Әммә беҙ үҙнәшер менән сығарыуға күстек. Миңә лә шулай эшләргә тура килде. Кешене өмөт йәшәтә…” тип һүҙен тамамланы донъя күргән аҡһаҡал.

Публицист, прозаик, драматург Хәмит Иргалин төрлө жанрҙар тураһында төплө фекерҙәрен еткерҙе, шул уҡ ваҡытта драматургия буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе тиер инем. Үҙенең шәхсән тормош тәжрибәһенән сығып, ҡәләмдән башлап сәхнәгә тиклемге процесты бөтә нескәлегендә күҙ алдына баҫтыра алды.

Үҙҙәрен проза өлкәһендә бер ни тиклем һынаған һәм үҙнәшер менән китап сығарып өлгөргән ҡәләм оҫталары Гөлназ Ғәбитова һәм Фәнит Ноғоманов икеһе лә ойошмаға тәү тапҡыр килеп үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙылар. Ә бына оҙаҡ ҡына Белоретта йәшәп, унда мәҙәни мөхитте гөрләткән һәм яңы ғына Стәрлетамаҡҡа күсеп килгән шағирә Зөһрә Үтәғолованы беҙ күптән беләбеҙ, уның Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының төп көстәренең береһенә әйләнеп китеренә иманыбыҙ камил. Шулай уҡ Ишембай районынан килеп еткән шағирәләр Рәшиҙә Шәмсетдинова һәм Рүзалиә Ниғмәтуллиналарҙың шиғриәт хаҡындағы сығыштары ла бик фәһемле булды. Ҡалабыҙҙа йәшәп, рус телендә ижад итеп, Рәсәй кимәлендәге әҙәби конкурстарҙа ҡатнашып байтаҡ еңеүҙәргә ирешкән шағирә, прозаик Неля Хәмитова сарабыҙҙың биҙәге булды тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ. Әйткәндәй, “СТЕ-ЛИТ” әҙәби берекмәһенең етәксе урынбаҫары ла ул.

Киләсәктә ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы һәм Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы менән өс яҡлы килешеү төҙөп, бергәләп эшләргә кәрәк тигән бер фекергә килде яҙыусылар. Китапхана мөдире Гүзәл Ишбулдина сарала ҡатнашыусыларҙы етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының проекттары менән таныштырҙы. Байтаҡ йылдар яҙыусылар менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләгән Нәзифә Иҫәнғужина әлеге башланғыстың  дауамлы булыуын теләне. Сара барышында яҙыусы Хәмит Иргалинға ҡала хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Яҡты донъяларҙан иртә киткән Владимир Куликовтың Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы вәкилен баһалап ҡултамға ҡуйған һуңғы хаты был, шуға бигерәк тә ҡәҙерле… Ә тормош дауам итә. Тормош менән бергә ҡалабыҙҙың ижади мөхите лә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Рәшиҙә БУРАНБАЕВА фотоһы.

ҺАҒЫНЫЛҒАН ОСРАШЫУҘАР БАШЛАНЫП ҠЫНА ТОРА…
ҺАҒЫНЫЛҒАН ОСРАШЫУҘАР БАШЛАНЫП ҠЫНА ТОРА…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас