Көн һайын шәфәҡ нурҙары күренмәҫ борон уҡ таңғы 4-тән килеп өҫтәлдәребеҙҙә икмәк өҙөлмәүен хәстәрләүселәрҙең береһе булған Хәмиҙә Хәмиҙулла ҡыҙы Ғарипова йылмайып ҡаршы алды. Ул үҙе Әлшәй ҡыҙы. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң ҡалабыҙҙың 3-сө училищеһында бухгалтер һөнәрен үҙләштергән, ауылға ҡайтып мәктәптә лаборант, сәркәтип булып хеҙмәт юлын башлаған. Ә бына тормошҡа сыҡҡас, Стәрлетамаҡҡа килеп балалар баҡсаһында эшләгән. Шулай ҙа бала саҡтан яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәк еҫен яратып үҫкән йәш ҡатын, үҙен киләсәктә әлеге күренеш менән генә бәйләп, “Ватрушкин” магазин-кафеһына эшкә урынлаша. Шулай, ауыл ҡыҙҙарының күбеһе атай йортонда уҡ был һөнәрҙәрҙе дипломһыҙ көйө лә үҙләштереп үҫә бит! Ә бына хеҙмәт бурыстары төрлө цехта төрлөсә бит инде. “Остазың бармы?” тигән һорауыма әңгәмәсем цех начальнигы Раушания Мансурова яғына йылмайып ҡараны. Ғөмүмән, бында һәр береһе үҙ урынында, дуҫ-татыу коллектив эшләй. Кәрәк икән, кәңәш бирәләр, бер-береһенә ярҙам итешеп торалар. “Ватрушкин” кафеһына төшкө аш ашарға ингәндә тәмле ризыҡтары менән үҙенә саҡырып торған магазинын да урап үтмәйбеҙ, әлбиттә. Ә бында эшләүсе юғары мәҙәниәтле һатыусыларға ҡарап, һәр ҡайҙа таҙалыҡ, тәртип булғанға хайран ҡалып, хатта буран күмеп киткәндә лә машина ҡуйырлыҡ урын булғанға хайран ҡалаһың.
Геройыма әйләнеп ҡайтҡанда, Хәмиҙә Ғарипованың эшенән дә, үҙенән дә барыһы ла ҡәнәғәт. Тырыш ҡатын һәр ерҙә лә өлгөрә, һәммәһенә ихлас ҡарашта. Тормош иптәше Зимфир менән ике ул үҫтерәләр. Татыу ғаилә яҙ етеү менән ике яҡҡа ла ҡайтып баҡса үҫтерә, ерҙән айырылмайҙар тимәксемен. Стәрлетамаҡта Ғариповтар һымаҡ эштән дә, тормоштан да йәм табып йәшәүсе ғаиләләр бик күп бит ул.
...Таң һарыһынан эшкә тороп китеү еңел түгелдер. Был йәһәттән “Ватрушкин”да барыһы ла уйланылған, эшселәрен эш урынына подъезд төбөнән үк ойошма иҫәбенә такси йөрөтә икән. Ғөмүмән, әлеге ойошма шулай уҡ эшселәренә яҡшы шарттар булдырыуы, юғары эш хаҡы түләүе менән дә билдәле.
Икмәк – барыһына ла баш. “Ватрушкин”да бешерелгән икмәкте, Хәмиҙә Хәмиҙулла ҡыҙы ҡулы тейгән ризыҡты тәмләп ҡарағас, быға тағы бер ҡабат инанаһың.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.