Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2021, 18:52

Радий Хәбиров: "Өйөмдә бәләкәй балалар булғас, сәләмәт булырға тейешмен".

Башҡортостан Башлығының йыл йомғаҡтарына арналған ҙур интервьюһы мәлендә коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә, вакцинацияға ла ҙур иғтибар бүленде.

Радий Хәбиров: "Өйөмдә бәләкәй балалар булғас, сәләмәт булырға тейешмен".Радий Хәбиров: "Өйөмдә бәләкәй балалар булғас, сәләмәт булырға тейешмен".
Радий Хәбиров: "Өйөмдә бәләкәй балалар булғас, сәләмәт булырға тейешмен".

Республика Башлығы ковидҡа ҡаршы прививканың дүртенсе дозаһын ҡабул итеүе тураһында әйтте. Ул баштан уҡ вакцинацияның мөһимлеген аңлап ҡабул итеүе тураһында ла һөйләп китте.
- Минең ауырығым  килмәй, сөнки эҙемтәләрен яҡшы беләм. Һәм тағы ла өйөмдә бәләкәй балалар булғас, сәләмәт булырға тейешмен, - тине Радий Хәбиров.
   Ул шулай уҡ бөгөнгә республикала 2 миллион 178 мең кешенең прививка яһатҡанын, әммә коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн 2 миллион 400-500 мең кешенең вакцина яһатырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Беҙ был күрһәткескә яҡынлашып киләбеҙ”, - тине ул.
- “Омикрон”да тиҙҙән беҙгә килеп етәсәк. Рәсәйҙә әле үк булғас, килеп етмәүе тураһында уйланыуҙар  икеле. Әммә республика халҡының күп өлөшө вакцина яһатҡан булыуы беҙҙе көслөрәк итә, - тине ул.
Тура бәйләнештәге әңгәмә барышында Сибайҙа, Туймазыла яңы төҙөлгән ковид-госпиталдәр тураһында ла һүҙ алып барылды.
- Был ковид-госпиталдәр бик тиҙ төҙөлә. Ковид үтеп китһә лә, Сибай менән Туймазы күп профилле яҡшы дауаханаға эйә буласаҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас