Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2021, 18:36

Һуғыш осоро балаларына түләү арттырыла.

Йыл йомғаҡтарына арналған интервьюһында Республика Башлығы Радий Хәбиров “Һуғыш осоро балалары” категорияһына ҡараған кешеләргә түләүҙәрҙең арттырыласағын белдерҙе.

Һуғыш осоро балаларына түләү арттырыла.Һуғыш осоро балаларына түләү арттырыла.
Һуғыш осоро балаларына түләү арттырыла.

Республика Башлығы әйтеүенсә, был тема бер нисә йыл тикшерелде. Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтар, аслыҡ-яланғаслыҡ ошо категорияға ҡараған кешеләрҙең яҙмышына төшкәнен күптәр яҡшы аңлай.

“20 йәшлек егет һуғыштан ҡайтҡан, уның “Батырлыҡ өсөн” йәки “Варшаваны азат иткән өсөн” миҙалы бар, ә эргәһендә – һуғышта булмаған, ләкин был осорҙоң бөтә михнәтен татыған 18 йәшлек егет. Береһенә хөрмәт, төрлө ярҙам күрһәтелә, ә икенсеһенә бер нәмә лә юҡ. Ә бит ул да ғүмере буйына тир түккән, аслыҡты татыған, ата-әсәһен юғалтҡан. Дәүләттең ошо таныҡлыҡ менән уларҙың статусын таныуы бик мөһим ине. Бындай ҡарарҙы иртәрәк ҡабул итергә кәрәк булған, ветерандар бик аҙ ҡалып бара. Беҙ яҡшы һәм изге эш башҡарҙыҡ тип уйлайым”, - тине Радий Хәбиров.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас