Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2021, 07:05

Юлдарҙа бәләгә юлыҡмаҫ өсөн…

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса балалар юл-транспорт травматизмын профилактикалауға арнап ойошторолған сара Башҡортостанға бағышланған бик рухлы шиғыр менән асылып китте. Зифа буйлы ҡыҙҙарҙың башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыуҙары мәртәбә өҫтәне. Һе:ҙ мине моғайын башҡорт гимназияһында тип уйларһығыҙ әле. Ә ғәмәлдә иһә мин ҡалабыҙҙың 7-се мәктәбендәге балалалар травматизмын профилактикалау буйынса ресурс үҙәгенә килеп эләктем.

- Беҙ бөгөн «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә йөҙ менән борол» («Держи курс на ПДД) республика конкурсының еңеүселәрен ҡотлаясаҡбыҙ» - тине үҙәк етәксеһе Илшат Ҡотлошин сараны асып.
Балаларға урамдар һәм юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн нимә эшләргә һуң? Әлбиттә төрлө формалар ярҙамында традицион алымдар һәм инновацион технологиялар ҡулланып уларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк. Беҙҙе юлдарҙа һағалап торған хәүеф тураһында һөйләү зарур.. Был йәһәттән 7-се мәктәптән « Инспектор» агитбригадаһының уйынлы-ысынлы сығышы бик фәһемле булды. Улар тормоштағы ысынбарлыҡты сәхнә аша балалаларҙың кескәй йөрәктәренә һеңдерә алдылар. Әлбиттә Ауырғазы,Стәрлебаш райондарынан һәм Ишембай,Мәләүез ҡалаларынан килгән балаларҙы ике йүнәлештә : «балалар травматизмын профилактикалау буйынса» зональ конкурс еңеүселәрен һәм призерҙарын , шулай уҡ « юл һүрәттәре" конкурсы һөҙөмтәләре буйынса бүләкләнеләр. Ә инде был сараға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килеп ҡушылғас балалар шатлығының сиге булманы. Һәр еңеүсегә Яңы йыл күстәнәстәре таратылды. Иң мөһиме: Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларҙы юлдарҙа иғтибарлы булырға, бер ваҡытта ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырҙылар. Ошо актуаллеген бер ҡасан да юғалтмаған сараны шул тиклем матур ойошторған мәктәп етәкселегенә рәхмәт әйтке килә. Әлбиттә бындай саралар һәр мәктәптә лә ҡалабыҙҙың 7 – се мәктәбе ойошторған һымаҡ юғары кимәлдә үтергә тейеш.
Римма ҒӘЛИМОВА..
Фото мәктәп сайтынан алынды.

Юлдарҙа бәләгә юлыҡмаҫ өсөн…
Юлдарҙа бәләгә юлыҡмаҫ өсөн…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас