

Әйткәндәй, 70-тән ашыу хәҙерге һәм элекке дәүләт башлыҡтары, һәм шулай уҡ халыҡ-ара ойошмалар етәкселәре Рәсәй президенты Владимир Путиндан Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары менән ҡотлауҙар алды, тип хәбәр итәләр Кремлдән.
Путиндан ҡотлау алыусылар араһында АҠШ президенты Джо Байден, Германияның яңы канцлеры Олаф Шольц, Франция президенты Эммануэль Макрон, Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II һәм премьер-министры Борис Джонсон, Италия президенты Серджо Маттарелла һәм премьеры Марио Драги бар.
Путин шулай уҡ БДБ илдәре башлыҡтары – Әзербайжан президенты Илһам Алиевҡа, Әрмәнстан президенты Армен Саркисян һәм премьер-министры Никол Пашинян, Тажикстан президенты Эмомали Рахмон, Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Йомарт Токаев һәм башҡаларға ҡотлау сәләмдәре юлланы.
Р.ЗАМАНОВА.