Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Января 2022, 03:55

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Ишембай районының иң матур тәбиғәтле Ғүмәр ауылында тыуып үҫеп, оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ҡәҙерлебеҙ Райхана  Ғариф ҡыҙы ХӘКИМОВАны ысын йөрәктән  күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ!

 Һиңә ҡоростай сәләмәтлек, Егән йылғаһындай оҙон ғүмер, бары тик бәхет-шатлыҡтар ғына кисереп йәшәүеңде теләйбеҙ!

Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,

Яғымлы, шат булһын күңелең.

Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.

Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,

Ошо бәхет ситләп үтмәһен!

Иң  изге теләктәр менән  улдарың Рәшит, Илшат, киленең Альбина, ейәнсәрең Сафина, ейәнең Самир исеменән тормош иптәшең Нәжип.

ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас