

"Башгидромет"үҙәге хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә республика буйынса ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ һәм көрт булыуы көтөлә. Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов та водителдәргә юлға сығыуҙы туҡтатып тороуҙарын һорап, мөрәжәғәт итте. Иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер водителдәр хәүефһеҙлек сараларына иғтибар итмәй, юл-транспорт фажиғәһенә осраны.
Стәрлетамаҡ районында ла юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияның төп сәбәбе- ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм тиҙлекте арттырыу. Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында юл хеҙмәттәре ЮХХДИ менән килешеп, ҡайһы бер юлдарҙа рөхсәт ителгән тиҙлекте кәметергә һәм "Уҙыу тыйыла" билдәләрен ҡуйырға мәжбүр буласаҡ.
Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмауығыҙ һорала! Ашығыс хеҙмәттәрҙе берҙәм саҡырыу телефоны — 112.
Фото:Башинформ