Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
3 Ғинуар 2022, 09:55

Ниндәй яңы закондар индерелде?

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 2022 йылдың ғинуарында көсөнә инәсәк закондар буйынса аңлатмалар әҙерләгән. Был аңлатмалар техник тикшереүгә, ауырығанлыҡ ҡағыҙҙарына һәр төрлө түләүҙәргә бәйле

Ниндәй яңы закондар индерелде?Ниндәй яңы закондар индерелде?
Ниндәй яңы закондар индерелде?

Техник тикшереү түбәндәгеләр өсөн мотлаҡ булмаясаҡ:
2022 йылдың 1 ғинуарынан автомобилселәргә ОСАГО полисын алыу йәки юлға сығыу өсөн мотлаҡ техник тикшереү үтергә һәм диагностикалау картаһын алырға кәрәкмәйәсәк.
Шулай ҙа транспортығыҙҙа дүрт йылдан күберәк йөрөһәгеҙ,  уны һатып ебәрһәгеҙ йәки иҫәпкә ҡуйырға йыйынһағыҙ (һатҡанда, һатып алғанда), диагностика үтеү мотлаҡ. Бынан тыш, төп агрегаттарҙың конструкцияһы үҙгәрткәндә, алмаштырғанда был процедура мотлаҡ булып ҡала. Шулай уҡ такси, автобустар һәм йөк машиналары өсөн техник тикшереү мотлаҡ.

Ауырығанлыҡ, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары электрон төргә күсә:
Электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары күптән файҙаланыуға индерелде. Ә бына 2022 йылдан эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары тулыһынса юҡҡа сыға һәм электрон форма ғына тороп ҡаласаҡ. Табиптар яңы форматтағы документҡа электрон ҡултамға ҡуя һәм уны Социаль страховкалау фондына ебәрә. 1 ғинуарҙан бөтә эш биреүселәр ҙә Социаль страховкалау фондының электрон документтар әйләнеше системаһына ҡушылырға тейеш булғанлыҡтан, фонд эш биреүсе менән туранан-тура аралаша һәм электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асыу, оҙайтыу йәки ябыу тураһында хәбәр итә ала.
 Элек эш биреүселәр ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеларҙы үҙ ҡаҙнаһынан түләп, һуңынан фондтан компенсация ала ине. Хәҙер иһә аҡса туранан-тура Социаль страховкалау фонды тарафынан иҫәпләнәсәк. 

3 йәшкәсә балаларға түләү:
Өс йәшкә тиклемге беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләү алырға тейешле ғаиләләрҙең һаны артасаҡ. Быйыл түләүҙәр, әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәктә эшкә һәләтле халыҡ өсөн билдәләнгән ике йәшәү минимумынан кәм булһа, түләнәсәк. Быға тиклем был күрһәткес үткән йылдың икенсе кварталына ҡарап алынғайны, хәҙер - ул түләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән йыл мәғлүмәттәренә ҡарап алынасаҡ. 

Пособие күләме лә арта - ул ғаилә түләү һорап мөрәжәғәт иткән йылдағы йәшәү минимумына тиң була.

Әсәлек капиталы:
1 ғинуарҙан әсәлек капиталы күҙалланған инфляция буйынса түгел, ә ысын инфляция буйынса индексацияланасаҡ. Уның күләме йыл һайын 1 февралдә яңынан ҡарала.

Пенсия тәғәйенләү:
Инвалидлыҡ буйынса страховка һәм социаль пенсиялар, шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәте органдары тәҡдиме менән пенсиялар хәҙер граждандың ғаризаһынан тыш тәғәйенләнәсәк. Пенсияға социаль түләүҙәргә лә, мәҫәлән, йәшәү минимумы кимәленә тиклем ғариза яҙырға кәрәкмәй. 

Бынан тыш, Пенсия фонды өс йылға бер тапҡыр 40 йәштән оло ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 45 йәштән алып ир-егеттәргә уларҙың пенсияһы нисек формалашыуы хаҡында хәбәр итәсәк.

Киләһе яңылыҡтар социаль селтәрҙәргә ҡағыла.
1 ғинуарҙан тәүлек аудиторияһы 500 меңдән ашыу булған сит ил компанияларына Рәсәйҙә вәкиллек йәки вәкәләтле юридик берәмек асыуҙы талап иткән закон үҙ көсөнә инә. Компанияларҙың аныҡ исемлеген Роскомнадзор төҙөй. Әле үк был исемлеккә ингән 13 компания билдәле лә инде. Улар араһында Google, Apple, Meta Platforms, Twitter, TikTok, Telegram һ.б. бар.
Рәсәйҙә филиал асыуҙан тыш, сит ил компаниялары шулай уҡ:
- үҙенең сайтында Рәсәй ҡулланыусылары менән электрон кире бәйләнеш формаһын урынлаштырырға;
- «Роскомнадзор» сайтында шәхси кабинетта теркәлергә;
- сайтта ведомство тәҡдим иткән иҫәпләгес ҡуйырға;
Яңы закон талаптарын үтәмәгән сайттарға дәүләт «бан»ын алыу хәүефе янай: санкциялар хоҡуҡ боҙоусылар өсөн Рәсәйҙә эштәрҙе тулыһынса туҡтатыуға тиклем бер нисә сикләүҙәр индерә.

Фитнестарҙа спорт менән шөғөлләнеүселәргә һалым ҡайтармаһын алыу мөмкинлеге буласаҡ:
Һалым ҡайтармаһы 2022 йылдың 1 ғинуарынан тотонолған суммаларға ҡулланыласаҡ, йәғни ҡайтарманы 2023 йылда алырға мөмкин, ләкин чектарҙы һәм килешеүҙәрҙе яңы йыл башынан уҡ һаҡларға кәрәк. Тотоп ҡалынған аҡсаны үҙеңә генә түгел, 18 йәшкәсә балаларға ла алырға мөмкин.
Спорт һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн тотоп ҡалыу күләменең юғары планкаһы календарь йыл өсөн 120 мең һум менән сикләнгән. Был ҡайтарманың максималь суммаһы 15,6 мең һум (13 процент) тәшкил итә.

 Рәсәйҙең Спорт министрлығы спорт-һауыҡтырыу ойошмалары һәм шәхси эшҡыуарҙар исемлеген раҫланы. Документ министрлыҡтың сайтында баҫылған һәм Федераль һалым хеҙмәтенә ебәрелгән. Реестрға 3836 ойошма һәм шәхси эшҡыуар индерелгән. Иң күп физкультура-спорт ойошмалары исемлеге тапшырған биш төбәк иҫәбенә Мәскәү (279), Санкт-Петербург (189), Свердловск өлкәһе (176), Татарстан (145) һәм Башҡортостан (136) инде.

Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡыртыу:
Илдә 112 номеры буйынса ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырырға мөмкин. Элек система Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында ла эшләмәгән. Шылтыратыуҙар, әлбиттә, бушлай буласаҡ. Телефон иҫәбендә аҡса булмаһа ла, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Халыҡтың «кредиттары» кәмейәсәк:
Илдең Банкы банктарҙың тәьмин ителмәгән ҡулланыу кредиттарын һәм микрофинанс ойошмаларының займдарын биреүен сикләү хоҡуғына эйә буласаҡ. Рәсәй Банкының Директорҙар советы был сараларға һәм сикләү тәртибенә ҡағылышлы займдар һәм кредиттар төрҙәрен билдәләйәсәк.

Хайуандарҙы һаҡлау:
Лицензияһыҙ эшмәкәрлек алып барған зоопарктар, цирктар, дельфинарийҙар һәм океанариумдарҙың эше яңы йылдан тыйыла. Был хайуандарҙы тейешле шарттарҙа аҫрауҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас