Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
7 Ғинуар 2022, 09:35

Хәүефһеҙ хәрәкәт өсөн.

Яңы йыл каникулдары дауам итә. Әммә ҡалала күп ойошмалар үҙ эштәрен ял ваҡыттарында ла туҡтатмай. Тәртип һәм именлек һағында тороусы Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә планға ярашлы бөтә йүнәлештәр буйынса йәмғиәт араһындағы кире күренештәрҙе иҫкәртеү эштәрен алып бара.

Хәүефһеҙ хәрәкәт өсөн.Хәүефһеҙ хәрәкәт өсөн.
Хәүефһеҙ хәрәкәт өсөн.

Шул уҡ ваҡытта  мәктәп уҡыусылары ял итеүҙәренә ҡарамаҫтан, онлайн рәүештә "Хәүефһеҙ юл" , "Юл ҡағиҙәләрен өйрәнәбеҙ" исемле сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, ҡаланың 10-сы мәктәбе уҡыусылары ошо темаларға ярашлы төрлө ижади эштәр эшләне. Кемдер юл ҡағиҙәләрен һүрәт итеп төшөрһә, башҡалар пластилиндан юл билдәләрен әүәләне. 
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре үҙ сиратында водителдәргә һәм йәйәүлеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, тиҙлек режимын боҙмаҫҡа, эскән килеш руль артына ултырмаҫҡа тигән теләктәрен еткерә. 
Күелле ялдар һәм хәүефһеҙ юлдар теләп ҡалабыҙ! 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас