Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2022, 03:51

2022 йыл - Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫына арнала

2022 йыл - Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы2022 йыл - Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы
2022 йыл - Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы

 Владимир Путин ҡул ҡуйған указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
«Был ҡарар халыҡ сәнғәтен киң йәйелдереү һәм мәҙәни традицияларҙы, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы, этномәҙәни күп төрлөлөктө, бөтә халыҡтарҙың һәм этник берлектәрҙең мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде», - тип яҙылған документта.
Ил Башлығы Рәсәй Хөкүмәтенә ике ай эсендә ойоштороу комитетын булдырырға, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү буйынса төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушты.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас