Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
12 Января 2022, 14:29

ЗАКОН ҺӘМ ХОҠУҠ ТӘРТИБЕ ҺАҒЫНДА.

Ҡала прокуратураһы өсөн 12 ғинуар – үҙенсәлекле дата. Сөнки нәҡ бөгөн закон үтәлешен тәьмин итеү өсөн көсөн дә, ваҡытын дә йәлләмәгән коллектив һөнәри байрамын билдәләй. Әйткәндәй, Рәсәйҙә был байрам 1996 йылдан бирле уҙғарыла.

ЗАКОН ҺӘМ ХОҠУҠ ТӘРТИБЕ ҺАҒЫНДА.ЗАКОН ҺӘМ ХОҠУҠ ТӘРТИБЕ ҺАҒЫНДА.
ЗАКОН ҺӘМ ХОҠУҠ ТӘРТИБЕ ҺАҒЫНДА.
Стәрлетамаҡ ҡала прокуратураһында бөгөнгө көндә 25 оператив хеҙмәткәр эшләй. Шул иҫәптән, прокурор урынбаҫары Владимир Чиликин федераль ҡануниәт талаптарын үтәү мәсьәләләре өсөн яуаплы булһа, Алексей Орлов полиция органдарының про- цессуаль эшмәкәрлегенә бәйле һорауҙарҙы, судта дәүләт исеменән ғәйепләүҙе яҡлау эштәрен ойоштора, ә Светлана Әлхәмова тәүтикшереү органдарының эске эштәре менән шөғөлләнә. Ҡала прокурорының өлкән ярҙамсылары ла кеше һәм дәүләт мәнфәғәте һағында тора. Регина Клявлинаны ла билдәләп үтмәйенсә булмай, сөнки тап уның өҙлөкһөҙ эш өҫтөндә булыуы һоҡланырлыҡ – анау хәтлем документтар менән көнө буйы ултырыуы еңел тимә! Шулай уҡ водитель Ринат Шәйхулов кеүек үҙ эшенә тоғро, яуаплы ҡараған намыҫлы хеҙмәткәрҙәр барҙа алдыбыҙҙа торған бурыстар уңышлы хәл ителә, – тип һөйләй ҡала прокуроры урынбаҫары, юстиция советнигы Алексей Орлов коллегалары хаҡында.
     Эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, прокуратураның дөйөм хеҙмәт эшмәкәрлеге, хеҙ- мәткәрҙәренең тырышлығы менән 2021 йылда яҡшы ғына һөҙөмтәләргә лә ирешелгән.
    Үткән йылда ҡала прокуратураһы 1,7 мең закон боҙоу осрағын асыҡ- лаған, 199 законһыҙ хоҡуҡи актҡа ҡа- рата протест белдерелһә, судҡа 1,6 миллион һумға 255-тән ашыу ғариза- дәғүә ебәрелгән. Закон боҙоуға бәйле, 475 күрһәтмә сығарылып, прокурор ҡарары буйынса 270 кеше административ яуап тотҡан һәм 13 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
   Ғәҙәттәгесә, граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын үтәү мәсьәләләренә иғтибар көсәйтелде. Бигерәк тә хеҙмәт хаҡын түләү буйынса. Ҡала судына 1,5 миллион һумға 33 ғариза-дәғүә ебәрелде. Бар дәғүәләрҙе лә суд ҡәнәғәтләндерҙе, 40 вазифалы кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Ҡала прокуратураһы инициативаһы менән ваҡытында хеҙмәт хаҡын түләмәгән өсөн 2 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләмәгәне өсөн, «Строй- Город-СТР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлөш компанияһы етәксеһенә енәйәт эше ҡуҙғатылды,- тип таныштырҙы прокуратура эшмәкәрлеге тураһында Алексей Александрович. Ҡала прокуратураһы шулай уҡ эшһеҙ ҡалған граждандар хоҡуҡтарын үтәү мәсьәләләре, торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау, пенсия ҡануниәтен үтәү, ҡарттар һәм инвалидтар хоҡуҡтарын һаҡлау, тәбиғәтте файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә, иҡтисадтың төрлө йүнәлешенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә хәл итә.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бигерәк тә торлаҡ хоҡуҡтарын үтәү мәсьәләләре көнүҙәк булып ҡала.
    Ҡануниәткә ярашлы, йәшәр өсөн үҙҙәренә беркетелгән торлағы булмаған етем балаларға, һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыуҙарын тамамлағандан һуң, торлаҡ бирелә. Әммә ун етем бала, торлаҡҡа сиратта тороп та, һаман фатир ала алмаған. Үткән йылда ошоға бәйле ҡала прокуратураһы урындағы үҙидара органына етем- дәргә торлаҡ бирҙерергә йөкләмә биреү тураһында судҡа мөрәжәғәт иткән. Суд прокуратура талабын ҡәнәғәтләндергән. Ниһайәт, Волочаевская урамындағы яңы йорттан фатир бирелгән.
     Ҡалабыҙҙа ришүәтселек менән көрәш мәсьәләһе лә бик актуаль икән. Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш ҡануниәтен боҙоуҙарға бәйле 64 осраҡ асыҡланған, шуларҙың 6-һы административ яуаплылыҡ алдында торһа, 30-ына прокуратура тарафынан боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһындағы йөкләмә бирелгән.
Ҡала прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең ҡайһыһын да булһа айырып әйтеп булмай, һәр кем үҙ урынында баш ҡалҡытмай, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй эшләүен белә. Халыҡтың уларға ышанысын үткән йылдағы ғариза һәм ялыуҙарға ҡарап та әйтеп булалыр. Мәҫәлән, 2021 йылда 2,6 мең ғариза һәм ялыуҙар килгән. Шуларҙың 600-ө ҡәнәғәтләндерелгән, тикшереү барышында 750-нән ашыу закон боҙоу осрағы асыҡланған, 12 протест күрһәтелгән, граждандар мөрәжәғәте буйынса 125 күрһәтмә сығарылып, 190 дәғүә судҡа ебәрелгән, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 56 эш ҡуҙғатылған. – Прокуратура – һәр кеше мөрәжәғәт итә алырлыҡ дәүләт органы. Чиновниктарҙың закон боҙоуҙары һәм коррупция, эш хаҡы түләмәү, бала хоҡуҡтарын боҙоу кеүек насар күренештәргә ҡаршы көрәш – беҙҙең, йәғни прокурорҙарҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай торған мәсьәләләр. Ҡала халҡы прокуратурала ярҙам таба ала, уларҙың хоҡуҡтары ышаныслы яҡланасаҡ һәм һаҡланасаҡ, тип әйтә алам. Коллегаларымды һөнәри байрам менән ҡотлап, уңыштар, ғаилә именлеге һәм һаулыҡ теләйем, – тип теләктәрен еткерҙе ҡала прокуроры урынбаҫары Алексей Орлов.

Гөлкәй Ҡыуатова.
 
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас