

Бөгөн, 16 ғинуарҙа, көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Айырым райондарҙа буран сығасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.
Иртәгә, 17 ғинуарҙа ла, бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, тип хәбәр итә синоптиктар. Шишәмбе, 18 ғинуарҙа, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 10-15, аяҙытҡанда 16-21, көндөҙ - 6-11 градус һалҡын буласаҡ.