

Стәрлетамаҡ ҡалаһының йәмәғәт палатаһы хәбәр итеүенсә, президент грантына ҡаланан бөтәһе 17 проект заявка биргән.
Еңеүсе ойошмалар иҫәбендә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ ҡоролтайы ағзаһы Үтәев Айнур Фәнис улы етәкселегендәге "Булат" тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошмаһы ла бар. Проекттың исеме "Ғаилә" традицион яндан уҡ атыу клубы. Уның маҡсаты балаларҙың ата-әсәһе менән бергә ҡала шарттарында файҙалы ял итеү урынын булдырыу.Саралар ял көндәрендә үтәсәк һәм уҡ атыу күнекмәләре менән бергә тарих, мәҙәниәт йүнәлешен дә үҙ эсенә аласаҡ.
Тағы ла дәүләттән алынған аҡсаға Стәрлетамаҡта йыл һайын "РобоПром VI" асыҡ республика фестивале үткәреләсәк. Ул фәнни-техник һәм инженерлыҡ һөнәренең абруйын күтәреү һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Ойоштороусолары "Толтек Плюс" уҡыу үҙәге.
Сауҙагәр Кузнецовтың элекке усадьбаһы бинаһында "Сауҙагәрҙәр-афарин!" йәрминкәһе уҙғарыласаҡ.( "КАРКАДАНН" туризм үҫеше буйынса агентлығы)
Тағы ла грант ярҙамында, инвалид балалар өсөн "Аҙым яһау" физкультура-һауыҡтырыу үҙәге реабилитациялау шарттарын яҡшыртасаҡ.
Стратегик күҙаллауҙар үҙәге тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса «GeoLing- Илгизәр» исемле интерактив мультимедиа уйындарын ойошторасаҡ.
Стәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылында урындағы мәҙәниәт йорто базаһында "Йолаларҙа халыҡ күңеле" ("В традиціях живе душа народу") украин этнографик мөйөшө булдырыласаҡ.
Барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!