

Ведомство был практиканы илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡулланырға кәрәк тигән тәҡдим индергән.
Белеүебеҙсә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама ҡалаларында, ике йыл дауамында “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” проекты торнмошҡа ашырылып килә. Был ҡалаларҙа әлегәсә 2000 сертификат тапшырылды. Әммә пилот проекты тәү башлап беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2019 йылдың октябрендә старт алғайны. Унда ике ай эсендә 200 бала шәхси балалар баҡсаһына йөрөү өсөн сертификаттар алды. 2020 йылдың октябрендә был проектҡа Өфө ҡалаһы ла ҡушылды.
Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты 2 айҙан 3 йәшкә тиклем балалары булған атай-әсәйҙәргә “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына берҙәм республика электрон сираты”нда торған һәм муниципаль балалар баҡсаларында урын булмаған осраҡта, шәхси балалар баҡсаһынан урын алыу мөмкинлеген бирә.
Үҙ сиратында шәхси балалар баҡсалары бер балаға айына 6 мең һум күләмендә финанслау ала. Аҡсаның 5700 һумы – республика, 300 һумы урындағы бюджеттан бүленә. Өс йыл эсендә ҡалала был сертификат менән 540 ғаилә ҡулланған. Улар «Мэри Поппинс», «Непоседа», «Сюрприз» һәм «Аманат» шәхси балалар баҡсаһына кескәйҙәрен йөрөтә. “Мэри Поппинс”ойоштороусоһо Екатерина Фризен әйтеүенсә, пилот программаһы ярҙамында шәхси балалар баҡсаһы билдәлелек яулаған. - Ғөмүмән, шәхси балалар баҡсаһы менән кешеләр ҡыҙыҡһына башланы. Хатта сират барлыҡҡа килде.Шуға күрә, икенсе шәхси балалар баҡсаһын асыу тураһында ла уйлана башланыҡ,- ти Екатерина Александровна. Сертификат алыу өсөн баланың ата-әсәһенә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки райондың мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Г.Ҡыуатова.
С.Крамсков фотоһы.