Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2022, 05:01

Стәрлетамаҡта ҡораллы ир бер ҡатын менән баланы аманатҡа алған.

Күп ваҡыт уларҙы фатирҙан сығармай, бысаҡ менән янаған.

Стәрлетамаҡта ҡораллы ир бер ҡатын менән баланы аманатҡа алған.Стәрлетамаҡта ҡораллы ир бер ҡатын менән баланы аманатҡа алған.
Стәрлетамаҡта ҡораллы ир бер ҡатын менән баланы аманатҡа алған.

Был хәл  Шәфиев урамындағы йортта була. Ярай әле ҡатындың 10 йәшлек улы  шым ғына ағаһына смс-хәбәр ебәреп өлгөрә. Ҡатындың бер туған ҡустыһы быны уҡығас та, полицияға шылтырата.
Полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ килеп етә һәм енәйәтсенең ҡулынан бысағын һәм газ баллонын тартып алған. Билдәле булыуынса, ҡулға алынған ир Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән, быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған, шул иҫәптән урлашҡан өсөн. Уҙған йылдың авгусында иреккә сыҡҡан булған. Енәйәтсе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығына килтерелгән.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас