Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан фарман булмаған әле. Бынан алдараҡ, Стәрлетамаҡ хакимиәтендә лә балаларға тажлы вирусҡа ҡаршы вакцинация бары тик ата-әсәләрҙең рөхсәте менән генә яһаласаҡ, тип белдергәйнеләр. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, балалалар өсөн вакцина ҡалабыҙға ғинуар аҙағында да ғына киләсәк. Ә 12-17 йәшлек балаларға вакцинаны бары тик ата-әсәнең яҙма ризалығы буйынса ғына ҡаҙаясаҡтар.
Римма ҒӘЛИМОВА.