Халыҡ булған ерҙә власть та булырға тейеш, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Әлеге ваҡытта муниципалитеттар социаль селтәрҙәрҙә республикалағы 4 популяр: “Бәйләнештә”, “Класташтар”, “Instagram” һәм “Facebook”тарҙы үҙләштерә. Был сәхифәләргә яҙылыусылар һаны буйынса үткән йылда Нефтекама ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев лидер булған (171 696 кеше). Ул яҙмаларҙы ҡарау һаны буйынса ла алға сыҡҡан (5 035 640 кеше). Ә Благовещенск районы башлығы Олег Голов яҙмалар ҡуйыу буйынса алда бара (868).
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизовтың сәхифәһенә күҙ һалһаҡ, ҡалабыҙҙы күптән түгел генә етәкләй башлауына ҡарамаҫтан, уның дуҫтары, мәҫәлән, “Бәйләнештә” төркөмөндә генә 10 меңгә яҡын булып киткән йәки дуҫтар саҡырыу-ҡабул итеүҙең максималь мөмкинлеге. Бынан тыш, әлбиттә, 3 меңдән ашыу кеше уның сәхифәһенә яҙылып, яңылыҡтар ҡарап бара.
Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Фәрит улы яҙмалар ҡуйыу буйынса ла әүҙем эш алып бара. Көнөнә уның сәхифәһендә ҡала йәшәйешенә, уңыштарға, проблемаларға бәйле төрлө бер нисә яҙма барлыҡҡа килеп тора. Бынан тыш яҙмалар ғына түгел, уларҙың аҫтындағы комментарийҙарға йәки халыҡ мөрәжәғәттәренә лә иғтибар итеү зарур. Әлеге ваҡытта бөтә яҙмаларында ла тиерлек, тәбиғи, торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә бәйле һорауҙар һәм ялыуҙар күп.
Шуныһын да билдәләп үтке килә: власть органдарының социаль селтәрҙәрҙә асыҡ булыуы халыҡҡа туранан-тура кәрәкле ведомстволарға, министрлыҡтарға сығырға форсат бирә. Бында халыҡтан килгән һорауҙарға яуап биреү ҙә уңайлы, тип белдерә белгестәр. Республика менән идара итеү үҙәге нәҡ әлеге яҙмаларҙан һәм комментарийҙарҙан сығып, халыҡҡа яуап бирә, теге-был мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итә.
Әйткәндәй, республикала ғына түгел, власть органдарының халыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә бәйләнеш булдырыуы ил кимәлендә лә яҡшы ойошторолған. Мәҫәлән, “Бәйләнештә” 40 мең сәхифә булһа, “Класташтар”ҙа – 14 мең. Сит илдәрҙең социаль селтәрҙәренән был күрһәткес күпкә күберәк. 2022 йылдың ғинуарында ғына, мәҫәлән, власть органдары һәм бюджет учреждениеларының сәхифәләренә яҙылыусылар 55 миллион булып киткән! Нисек кенә булмаһын. нидәйҙер мәсьәләне ҡайһы берҙә был алым минут эсендә хәл итергә ярҙам итә хатта!.. Ошонан сығып, интернет селтәренең көсө һәм донъяла тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ, тиергә була!
Римма ҒӘЛИМОВА.