

“Локдаун яңы коронавирус пандемияһының тәүге осоронда кәрәк ине. Ул саҡта был вирустың нимә икәнен, уға ҡаршы нисек көрәшергә белмәнек. Кешене лә өйөндә генә ултыртып булманы. Сөнки ауырыусыларға медицина ярҙамы күрһәтергә кәрәк. Социаль сәбәптәр ҙә бар. Әгәр ҙә беҙ халыҡты ике аҙнаға фатирҙарында ябып ҡуя алған булһаҡ, шунда бәлки вирус үлер ҙә ине...”, – тигән Хәүефһеҙлек советы етәксеһе.
“Шулай ҙа бығаса осрамаған бик ҡурҡыныс штамм килеп сыҡһа, ул сағында, йоҙаҡ ҡуйылыуы ихтимал. Әммә улай булмаҫ, тип өмөтләнәм. Әлеге мәлдә локдаун күҙалланмай”, – тигән Медведев.