Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
28 Января 2022, 07:10

Профилактика сараларын үтәүҙе тикшереү дауам итә

Кисә көндөң икенсе яртыһында ҡалабыҙҙың Беренсе Май биләмәһенең сауҙа үҙәктәре буйлап рейдтар үтте. Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының асыҡ сығанаҡтарҙан биләмәләр һәм мөрәжәғәттәр менән эш итеү буйынса төп белгесе Илһам Абдуллин 10 сауҙа үҙәгендә һәм почтала БР Башлығы Радий Хәбировтың битлек режимы указының һәм указдың башҡа пункттарының, атап әйткәндә, профилактика сараларының үтәлешен тикшерҙе.

Олег Кошевой, Воин-интернационалистар урамына ҡараған сауҙа магазиндарында һатыусыларҙың битлек кеймәгән осраҡтары ла, 2 сәғәт һайын контактлы ерҙәрҙе таҙартып тороп та, журналға яҙып өлгөрмәгән осраҡтар ҙа булды. Күҙәтеү буйынса шундай һығымтаға килдек: Республика Башлығы указы күп осраҡтарҙа үтәлә. Ишектәргә иҫкәрмәләр беркетелгән, битлектәр һалынған, һаҡланыу матдәләре - санитайзерҙар бар. Ә был биләмәләге почталағы ҡыҙҙар ғына почтальондарҙың етешмәүе, интернет сараларының насар эшләүенә, шул арҡала эш көнөнөң таңға тиклем һуҙылыуына зарландылар. Сауҙа нөктәләрендә ишек алды биләмәләрен ҡарҙан таҙартыу буйынса ла рейдтар үтеп тора. Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре көн һайын ҡалабыҙҙың йөҙ сауҙа нөктәләрен тикшереп, иҫкәрмәләр яһай икән, был хаҡта беҙгә хакимиәттең сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлегенең баш белгесе Эльвира Федорова хәбәр итте. Үкенескә ҡаршы, был тыйылған сараларҙың мөһимлеген бар ерҙә лә бер төрлө аңлап етмәйҙәр шул. Һатып алыусылар араһында битлектәрҙе, бирсәткәләрҙе инҡар итеүселәр ҙә етерлек. Иҫкәрмәләрҙе «аңламаусылар» ҙа булғылай. Ә бит үҙебеҙҙең хәүефһеҙлек үҙебеҙҙән тора.
Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотоһы.

Профилактика сараларын үтәүҙе тикшереү дауам итә
Профилактика сараларын үтәүҙе тикшереү дауам итә
Автор:Римма Галимова
Читайте нас