Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
1 Февраль 2022, 08:55

Эстәрле Туҡайы йәки ҡәләмдәш тә булдың, серҙәш тә…

Был хәлдәргә байтаҡ ваҡыт үткән инде. Ул саҡта Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант булып эшләүсе Вил Ғүмәров ҡулъяҙмамды ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һәм ял паркында етәксе булып эшләгән шағир Салауат Рәхмәтуллаға уҡытырға ҡушты. Мин ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына паркка йүнәлдем. Шағир ҡулъяҙмамды ыңғай баһаланы, ул саҡта поэзия секцияһы рәйесе булған Салауат Рәхмәтулланың фатихаһы менән тәүге китабым оҙаҡламай донъя күрҙе.

Салауат Рәхмәтулла тураһында һүҙ алып барғанда уның талантлы һәм талапсан шағир булыуын бер нисек тә инҡар итеп булмай. «Уның тураһында яҙылған әҙәби тәнҡит мәҡәләләре Башҡортостан менән генә сикләнмәй. Татарстанда ла донъя күрә. Шиғырҙары Мәскәүҙә нәшер ителеүсе «Наши соотечественники», «Татарские новости» гәзиттәрендә баҫыла. «Азатлыҡ» радиоһы аша яңғыраған әҫәрҙәрен дә беләбеҙ. Ябай ғына итеп әйткәндә, Салауат Рәхмәтулланың ижады хәҙер халыҡ-ара яңғыраш ала кеүек»,- тип яҙып сыҡҡайны шағирҙың 75 йәше тулғанда ул саҡтағы Башҡортостан Яҙыусылар союзы урынбаҫары Фәниә Ғәбиҙуллина. Уның менән күптәр килешкәндер, тип уйлайым…
Ә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев 1993 йылда уҡ уның хаҡында : «Салауат Рәхмәтулла… минең күҙ алдымда бөрөләнде, шаулап сәскә атты һәм мул уңыш бирә. Уның ижад емештәре башҡа беркемдекенә лә оҡшамаған: төҫө лә. иҫе лә, тәме лә – үҙенсә, нәҡ Салауатса. Уны башҡа бер кем менән дә бутап булмай. Был шағир өсөн иң мөһим сифат…Салауат үҙ аяҡтары менән эре атлап, үҙ юлынан үҙе китте, үҙенең шиғыр донъяһын тыуҙырҙы. Ул донъя бай: унда яҡты шатлыҡ менән йәнәшә ҡара ҡайғы ла бар, унда таштарҙы эретерлек мөхәббәт менән йәнде ташҡа әйләндерерлек нәфрәт тә йәнәшә. Һәм был хис-тойғолар барыһы ла Салауаттың үҙе күреп, үҙе кисергәндәре. Шуның өсөн улар бик тәбиғи һәм ышандыра. Матур һәм ауыр юлынан үҙенсә атлап бара ул»».тип яҙғайны. Ниндәй хаҡ һүҙҙәр! Мин уның ғәҙелһеҙлектәр менән мәңге көрәшеп йәшәүенә үҙем дә шаһит. Өлгөргән шағир булыуына ҡарамаҫтан, бик һуңлап ҡына союзға алдылар уны...Сәбәптәре замандаштарына билдәле.
Ә һуңғараҡ, атап әйткәндә, 2001 йылда яҡташы журналист, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Фәрит Фәткуллин шағир хаҡында : « Башҡортостандағы урта быуын шағирҙары араһында иң күренеклеләрҙән береһе булған райондашым шиғырҙары әҙәбиәт һөйөүселәр иғтибарының үҙәгендә булыуы, уларҙа әллә ниндәй сихри тартыу көсө барлығы күптәндән һоҡландыра мине. Уның әҫәрҙәрен уҡыған һайын уҡыйһы килеп тора. Әҙәбиәт-шиғриәт әһелдәре лә бит, икенсе тапҡыр уҡыу теләге уятҡан әҫәрҙәрҙең киләсәге ҙур, тип бик белеп әйткәндәр…Башҡортостанда теҙ-теш нығытып килгән татар шиғриәте хаҡында һүҙ алып барғанда телгә иң башта Салауат Рәхмәтулла исеме килә. Ул 1978 йылда сыҡҡан «Әйтелмәгән әйтер һүҙҙәрем» тип аталған беренсе китабы менән үк үҙ уҡыусыларын табып, күптәренең яратҡан шағирына әйләнде. Был китапты 1979 йылда Американың Гарвард университеты китапханаһына ла һоратып алыуҙарын иҫкә алғанда, беренсе «ҡоймаҡ»тың даны шаҡтай йыраҡ таралғанына инанаһың. Ул йылдарҙан һуң бик күп һыуҙар аҡты. Рәхмәтулланың ижад донъяһы тағы ла тәрәнәйә, киңәйә төштө. Тәрәнлек,, тип фәлсәфи тәрәнлеккә, киңлек, тип тематик ҡоластың сикһеҙ булыуына ишаралауым…Салауаттың шиғырҙары ябай һәм аңлайышлы, фәлсәфи ҡарашы асыҡ, фекере тығыҙ, теле йор. Уның геройҙарына социаль-сәйәси яһалмалылыҡ хас түгел. Улар тормоштоң үҙе кеүек ҡырыҫ һәм тура һүҙле. Ундай геройҙарҙы. билдәле, дөрөҫлөктө маңлайына бәреп әйтерҙәй тура һүҙле, ҡыйыу шағирҙар ғына тыуҙыра ала….» тип яҙып сыҡты.
Салауат Ибраһим улы Рәхмәтуллин 1942 йылдың 1 февралендә Башҡортостандың Ауырғазы районы Солтанморат ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Яҙмыш уны Стәрлетамаҡ менән бәйләгәс, миңә лә Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында Салауат ағай менән аралашып йәшәргә, ҡалабыҙҙың әҙәби-мәҙәни тормошонда ҡайнарға тура килде. Хатта Хоҙайҙың көҙрәте арҡаһында миңә шағир менән бер йортта йәшәргә насип булды, мин дүртенсе, ул алтынсы подъездың 5-се ҡатында инек.. Көн һайын булмаһа ла, телефон аша йыш һөйләшеп торҙоҡ. Ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә иң егәрле шағирҙарҙың береһе булды ул. Ең һыҙғанып, 80 йәшен үткәрергә лә өмөттәр бағлағайны, тик өлгөрә алмай ҡалды. Ғүмеренең һуңғы айында бик ҡаты сирләне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, зиһене саф, аҡылы теүәл булды. Яҡташы Вәрис Аҡбашевтың Башҡортостан Яҙыусылар союзына алыныуын, һеңлеһе шағирә Асия Ибраһимдың сираттағы китабы сығыуын шатланып ҡабул итте. Һәр ваҡыт яҡташ ҡәләмдәштәренең ижады менән ҡыҙыҡһынып торҙо. Хәким Ғиләжев, Ғәлимйән Ибраһимов, Илдар Юзеев, Ғәли Ибраһимов исемдәрендәге әҙәби премиялар лауреаты Салауат Рәхмәтулла тураһында яҡты иҫтәлектәр күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уның китеүе Стәрлетамаҡ өсөн генә түгел, Башҡортостан, Татарстан өсөн дә ҙур юғалтыу булды.
«Салауат Рәхмәтулла ҡайһы берәүҙәр һымаҡ юғары исемдәр юллап йөрөмәне һәм йөрөмәй дә. Уның өсөн шағир тигән исемдән дә ҡәҙерлерәк һәм ҙурыраҡ исем юҡ. Был уның үҙенең тәбиғәтенә, талантына хас сифат. Мин дә уны нәҡ бына ошо сифаты өсөн ихтирам итәм һәм уға киләсәктә лә уңыштарға ирешеүен теләйем», - тип яҙып сыҡты Рәхмәтулланың 2009 йылда нәшер ителгән «Ҡояш артынан йөгөрәм» китабының баш һүҙендә шағир Рауил Шаммас. Бөгөн иһә «Халыҡ шағиры» исемен лайыҡлы йөрөткән Рауил ағайҙың һүҙ төбө һәр кемгә аңлашыла. Ә инде үҙемдең шәхсән фекеремә килгәндә, татар һәм башҡорт халыҡтары әҙәбиәтен үҫтереүгә ғүмер буйы хеҙмәт иткән күренекле шағир Салауат Рәхмәтулла ошо халыҡтарҙың «Халыҡ шағиры» исемен алырға ла тейеш ине һымаҡ…
Римма ҒӘЛИМОВА, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.

Гәзит уҡыусылар иғтибарына Салауат РӘХМӘТУЛЛАНЫҢ йөрәктән йөрәккә
еткән шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

КҮҘ АСЫП, КҮҘ ЙОМҒАН АРАЛАРҘА…

Бөтә нәмә – алдан уйланылған,
Бер нәмә лә – булмай тиктомал:
Күҙ асып,
Күҙ йомған араларҙа
Әллә ниҙәр булыу ихтимал.

…Кемдәргә һуң илдә ни етмәгән?
Дошмандар – кем булған, кем – дуҫтар? –
Күҙ асып,
Күҙ йомған араларҙа
Пушкинһыҙ ҙа ҡалған урыҫтар…

… Егерме ете йыл – хәстә һәм ас
(Булды микән берәй туҡ айы?!):
Күҙ асып,
Күҙ йомған араларҙа
Татарҙың да… киткән Туҡайы…

…Әлбиттә, һүҙ – әйтелеп тә бөтмәй,
Яҙылып та бөтмәй яҙыр һүҙ:
Күҙ асып,
Күҙ йомған араларҙа
Башҡорт ҡалды…Рәшит Назарһыҙ…

Эх…был илдә мин булмам бер саҡ,
Булмауым да булмаҫ тиктомал:
Күҙ асып,
Күҙ йомған араларҙа
Әллә ниҙәр булыу ихтимал…
***

Кейгән кейем нисек туҙа,
Ғүмерҙәр шулай уҙа…
(Халыҡ йыры)
Ғүмеремдең нисек үткәнлеген
Хәҙер –
Һөйләй кейгән кейемдәр:
Ҡыр(ы)ҡмаһа ҡыр(ы)ҡ туҙған кейем
Аласыҡта –өйөм-өйөмдәр…
Өҫ-баштағылары – һуңғыларҙыр,
Йәшәр ғүмер алда – һанаулы…
Эх…
Ҡыр(ы)ҡмаһа ҡыр(ы)ҡ төрлө кейем,
Ҡыр(ы)ҡмаһа ҡыр(ы)ҡ ямаулы…

***

КЕШЕ
Ҡояш булып ҡына сыға алмай,
Йәшен булып ҡына йәшнәмәй:
Эх…
Ниңә икән кеше тик бер йәшәй?
Ниңә икән ике йәшәмәй?..

Ҡояш булһа – сыҡмаҫ, йәшен булһа –
Атыр ике, хатта йәшнәмәй:
Эх!
Ярай әле, кеше тик бер йәшәй!
Ярай әле, ике йәшәмәй!..

***
Беҙ – үлмәйбеҙ: ҡәберҙәрҙе
Беҙ ишектәр итәбеҙ
Һәм…
Мәңгелек йортобоҙға
Ҡайтып ҡына китәбеҙ…
***
Әй күңелһеҙ донъя килде
(Бер кем көтөп алманы…):
Йырҙарға ҡушып йырларға
Даһиҙар ҙа ҡалманы…

МӘҢГЕЛЕК ТАМАША

Тормош – сәхнә,
Тарих – тамашасы,
Бер өҙлөкһөҙ баоа тамаша:
Төндәр килеп тора кистәр аша,
Көндәр килеп тора таң аша.
Аҡ бәхеттәр килә михнәт аша,
Хәҡиҡәттәр килә көн аша.
Аяҡ аҫтарынан килә бәлә,
Үлемһеҙлек килә дан аша.
Хыянаттар килә мәкер аша,
Мөхәббәттәр килә йәш аша…
Һәр кем унда үҙен-үҙе уйнай,
Батшалар ҙа унда ҡайнаша…
Сәхнә аша ғүмер елеп уҙа –
Әжәл атлап килә баш аша…
Тормош – сәхнә…
Тарих – тамашасы…
Бер өҙлөкһөҙ бара тамаша…


БЕҘ – ХАЛЫҠ!

...Тарих юлы тулы – хата, хата…
Тарих юлы – беҙҙең үткәндәр.
«Иң дөрөҫ юл менән бараһыҙ!» - тип
Хата юлдан алып киткәндәр ҙә
Үҙҙәре лә үлеп бөткәндәр…
Батшаларҙың арттарынан хатта
Үлеп булмаҫ әле тиҙ генә…
Һуңғы һүҙҙе
(Һәм – иң дөрөҫ һүҙҙе!)
Беҙ әйтергә тейеш, беҙ генә!
Киләсәк тә беҙҙең матур булыр:
Беҙ төҙөрбеҙ һине, Киләсәк! –
Даһиҙарҙың хаталарын
Башта
Төҙәтергә тура киләсәк…
Көрәшселәр булайыҡ!
(Әхләҡһеҙлек –
Үлгәндәрҙән йөрөү үс алып…)
Юлбашсылар табалмаған юлды
Беҙ табырға тейеш:
Беҙ – халыҡ!
Кремлдә ятып уйланһаҡ та,
Был сарабыҙ – һуңғы сарабыҙ:
Киләсәккә боролоп ҡарай-ҡарай,
Үткәндәргә китеп
барабыҙ…

Салауат РӘХМӘТУЛЛА.

ӘТЕЙ ТУРАҺЫНДА ХӘТИРӘЛӘР...
Әтей, Салауат Ибраһим улы, менән әней, Рәмзилә Ғәбиҙулла кыҙы, дүрт кыҙ үҫтерҙеләр. Беҙ Ауырғазы районы Солтанморат ауылында йәшәнек, шунда үҫтек. Әтей мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытты. Әней балалар баҡсаһында, мәктәптә тәрбиәсе булып эшләне. Беҙ бәләкәй сакта, мин мәктәпкә йөрөмәй инем әле, кирбеҫтән матур өй һалдылар, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоттолар, баҡса үҫтерҙеләр. Бар эшкә лә беҙҙе өйрәттеләр. Әней күп итеп йәшелсә-емеш ултырта ине. Өй тирәһе, тәҙрә төптәре матур сәскәләргә тула ине.
Мине мәктәпкә алты йәштән бирҙеләр. Был беҙҙең ғаилә өсөн бик мөһим һәм бик кәрәкле аҙым ине. Мин Лилия һеңлем менән балалар баҡсаһына йөрөнөк, ә Гүзәлде ҡалдырырга урын юҡ, ҡарар кеше юҡ. Балалар баксаһына урынлаштыра алмайҙар, унда урын юҡ. Мине мәктәпкә биреп, минең урынға ғына уны балалар баксаһына бирергә мөмкин булды. Ул замандарҙа баланы алты йәштән мәктәпкә биреү юҡ, бирергә теләһәң ҙә, алмайҙар. Мине лә башта алманылар. Әтей Талбазыға барып махсус рөхсәт алып, уның “под личную ответственность”ына, мине шулай алты йәштән мәктәпкә алдылар.Шунан Гүзәл дәбалалар баҡсаһына йөрөй башланы. Әтей бына шулай систе был мәсьәләне.
Миңә дәрестәргә әҙерләнгәндә әтей ярҙам итергә тейеш булды. Дүртенсе класка күскәндә, “Хәзер үзең дәрестәргә әҙерләнерһең инде”, тиеп, был “эштәрҙән туҡтаны”.
Әтей матур итеп һүрәт төшөрә ине, ә минең ундай һәләтем юк. Рәсем дәрестәренән өй эше бирһәләр, уға мөрәҗәғәт иткәләгән дә саҡтар булды– ал төҫтә матур итеп яһалған мәктәп портфеле бөгөнгөләй иҫтә...
Мин үземде белгәндән бирле, әтей һәр ваҡыт гармунда уйнаны. Уйнаганда, йырлап та ебәрә ине. Эштән һуң да, ял көндәрендә лә,мәктәптә лә. Күп уҡытыусылар гармунда уйнайҙар ине. Улар бергә гармунсылар ансамбле төҙөп төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаштылар: мәктәптә, ауыл, район мәҙәниәт йорттарында, үзешсәндәрҙең сәнғәт конкурстарында. Өфөлә телевидениела ла сығыш яһанылар. Минең дә бараһы килгәс, әтей ҡаршы килмәне. Мин - биш йәшлек бала, ҡышкы ғинуар һыуығында автобуста уҡытыусылар менән Өфөгә барып-йөрөп ҡайттым. Телевидениела әтейҙәрҙең сығыш яһағандарын оператор янында ҡарап торҙом. Оператор йылмайып, “Бына, ҡара!” тип курһәтеп торғаны иҫтә. Операторҙың экранынан әтейҙәр би-и-и-и-ик бәләкәй булып күренгәндәр ине...
Ял көндәрендә әтей музыка тыңларға бик ярата ине. Ғәбҙулла Рахимҡоловтың “Зәңгәр күлдәк” тигән йыры,,башҡорт халыҡ йырҙары “Ҡолой кантон”, Любезенки любизяр” һаман да бөгөнгөләй ҡолакҡа яңғырай – бик йыш тыңлай ине. Уның менән бергә беҙ ҙә инде, балалар...
Беҙҙең ауылда яҙыусы Ғәлимйән Ибраһимов тыуған, беҙҙең ауыл бөтөн татар-төрки дөньяһына билдәле. Шулай булғас, ул замандарҙа ауылға йыш ҡына экскурсия менән төрлө ерҙәрҙән уҡыусылар кластары менән киләләр ине. Улар ауыл мәктәбенең спорт залында ҡуна ла калғылайҙар. Ҡай ваҡыт, әтей ҙә ул уҡыусыларға Ғәлимйән Ибраһимов әҫәрҙәрендә яҙылған ерҙәрҙе күрһәтеп, оҙатып йөрөнө. Ғәлимйән Ибраһимовтың ҙа бер туғаны йыш килгәләй ине беҙгә, кызғаныс, исемен хәтерләмәйем..
Әтейҙең уҡытыусылар араһынан яҡын дуҫы бар ине. Ул - математика укытыусыһы Ғәлимйән Кәримов. Ниңәлер уны Кәримов ағай тиә инек. Уҡыусылар ҙа мәктәптә шулай тип йөрөттөләр.. Әтей менән улар беҙҙең өйҙә йыш ҡына шахмат уйнайҙар, клубка бильярдта уйнарға баралар, бергә кинога йөриҙәр ине.
Уҡытыусы булараҡ, әтей дәрестәрҙе формально түгел, ә уҡыусыларға ҡыҙыҡлы итеп үткәрә ине. Миңә лә уның дәрестәрендә уҡырға тура килде. Ул беҙгә китапта булгандарҙы ғына һөйләмәй... Әле лә хәтердә, А. Пушкиндың әҫәрҙәрен өйрәнгәндә “Пушкин әле беҙҙең Талбзы юлынан да үтеп киткән” , тигәндәре иҫтә.Был мәғлүмәт Пушкинды беҙгә тағы ла яҡынайта ине... Әтей уҡытыусы буларак та бик “көслө” ине. Уның бер уҡыусыһы мәктәпте алтын миҙал менән тамамланы.
Әтейҙең шиғыр яҙыуына килгәндә... Уның көнө-төнө шиғыр яҙыуын күргән булманы. Шиғырҙы ул башта “баштан” яҙа. Ҡағыҙға күсергәс, әнейҙе саҡырып уҡый. Үҫә төшкәс, беҙ балаларҙы ла саҡырып, барыбыҙға ла уҡый торған ине. Ял көндәрендә беҙ уның яҙыу машинкаһының шак-шок баҫыуына уяна инек. Иртәнге алтынан тороп шулай эшләй ине. Ә беҙҙең йоҡо килә, тауышка уянабыҙ. Нишләйһең инде?... Шулай иртә тора ла, эшкә тотона.
“Ашкаҙар” гәзитендә эшләгәндә, эшкә йәйәү йөрөнө. Барғанда, ҡайтҡанда шиғыр яҙам, тиә торған ине. «Башта».
Беҙҙең өйгә шағирҙар киләләр ине. Иҫтә ҡалғандарҙан – Әсхәл Әхмәтҡужин, Рәдиф Тимершин, Вил Ғүмәров, Зөбәржәт апай Йәнбирҙина. һ.б. Әней аш ҡуя, улар шиғырҙар уҡыйҙар, гармунда уйнайҙар, йырлайҙар… Беҙгә балаларға ҡыҙыҡ. Өфөгә йыш бара ине, башҡа ҡалаларға яҙыусылар менән осрашыуға сығыштар яһарға. Мине лә алып барғандары иҫтә: әтей-эней менән Әнғәм Атнабаевтарға барғаным, уларҙың өйөнә керергә оялып, подъезда көтөп торғаным… бала саҡ йүләрлеге.
Әтей мәктәптә эшләгәндә уҡыусылар өсөн “Зәңгәр шишмә” тип аталған түңәрәк ойошторҙо. Унда уҡыусылар шиғыр яҙыу серҙәренә өйрәнәләр ине, үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы уҡыйҙар, төрлө яҙыусыларҙың әҫәрҙәре менән таныша инеләр. Стенгазета сығара инеләр уҡыусыларҙың ижады менән.
Әтейҙең яратып уҡыған шағирҙары - Һади Таҡташ, Сергей Есенин. Безҙең өйдә уларҙың ҙурайтылған портреттары стенаға эленгән ине.
Һөйләшкән ваҡыттарҙа әтей әйтә торған ине: нисә йәштә яҙа башлаһаң да шағир, яҙыусы булып була, ә бына йырсы, музыкант булыу өсөн бик кескенәнән музыка менән шөғөлләнергә кәрәк икән, тип. Мәҙинә ейәнсәренең музыка мәктәбендә уҡыуын бик хуплай ине, бына шулай иртә уҡыуы бик һәйбәт булған тип (Мәҙинә Мәскәүҙә музыка мәктәбен фортепиано класы буйынса тик “биш”ле билдәләренә генә тамамланы, бер нисә музыка ҡоралында уйнай, шиғырҙар, йырҙар яҙа (рус, инглиз телдәрендә), “бит”лар яҙыу менән шөғөлләнә).Әтей үҙенең бер интервьюһында әйткән ине, шағир булмаһам, мин йырсы булған булыр инем,тип.
Әтейҙең шағир булыуы, уның шағир булып ҡалыуында әнейебеҙ Рәмзилә Ғәбиҙулла ҡыҙының өлөшө бик ҙур, һисшикһеҙ.. Ул беҙҙең өсөн дә, әтей өсөн дә ҙур ярҙамсы, ныҡлы терәк булды.
Яҙырға хәтирәләр күп ул. Мин ҡайбер миҙгелдәргә генә ҡағылып киттем. Был эштәр дауам ителер...
Әтей үзенән һуң бик ҙур мәңгелек байлыҡ– үзенең ижадын ҡалдырҙы. Ул башҡорт, татар әҙәбиәттәрен үҫтереүгә ҙур көс һалды. Уның ижады халыҡ тормошона уралып барҙы. Шуға уның шиғырҙары халыҡсан, халыҡ уларҙы яратып уҡый. Үзҙәре табып. Төрлө илдәрҙән, илебезҙең бик күп ауыл- ҡалаларынан. Салауат Рәхмәтулла шиғырҙарын уҡып кайғыларын тараталар, көс алалар, шатлыҡтарын уртаҡлашалар. Был буш һүҙҙәр түгел. Мин интернеттан уҡып белдем был турала. Инстаграмда, Вконтакте, Однокассники һәм башка ресурстарҙа шиғыр уҡыусылар, шиғыр һөйөүселәр Салауат Рәхмәтулла ижады тураһында шулай тип яҙалар, үҙ хис-тойғолары менән бүлешәләр. Салауат Рәхмәтулла һүҙҙең ысын мәғәнәһендә - халыҡ шағиры..
Мәскәүҙә йәшәүсе ҡыҙы Резида ХӘСӘНОВА, психология фәндәре кандидаты.

ҺОРАУ

Кисә генә йорт алдында
Тәмәке тартҡан ағай
Иртән баҡыйлыҡҡа күскән,
Йөрәк быны аңламай.

Йәшен йәшәгән булһа ла,
Үлем һәр кемгә ауыр.
Күршем – туған булмаһа ла,
Өҙөлөп сәнсә бауыр.

Яҡындарын зар илатып,
Мәңгегә китә кеше.
Күңелдәрҙә ҡала уның
Һәр ҡылған матур эше.

Сират күперҙәре унда
Барҙыр инде, әлбиттә.
Кем үлһә лә йәнкәйҙәре
Булһын ине йәннәттә…

Ожмах ҡапҡаларын һәр кем
Асып керә алмай бит,
Гонаһлы йәшәгәндәрҙе
Тамуҡ уты ялмай бит.

Шуны уйлап торам әле,
Һорау мейене өтә.
Бында «тамуҡ» күргәндәрҙе
Тегендә нимә көтә?!
Римма ҒӘЛИМОВА

1

 

Эстәрле Туҡайы йәки ҡәләмдәш тә булдың, серҙәш тә…
Эстәрле Туҡайы йәки ҡәләмдәш тә булдың, серҙәш тә…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас