2021 йылда Башҡортостан халҡы 12,7 мең кешегә кәмегән. Республиканың алдан иҫәпләгән статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2022 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостан халҡының һаны 4001052 булған, ә үткән йылдың ошо арауығында 4013786 кеше тәшкил иткән. Статистиктар белдереүенсә, 2021 йылда Башҡортостандың ҡала халҡы 4 меңгә артып, 2,515 миллион тәшкил иткән. Ә бына ауыл халҡы, киреһенсә, 16,7 иең кешегә кәмеп, йыл башында 1,486 миллионға ҡалған.
Р.ҒӘЛИМОВА.