Туғыҙ йылға һуҙылған афған һуғышында ҡалабыҙ һәм Стәрлетамаҡ районынан 20 һалдат әрәм була. Бынан фәҡәт 33 йыл элек 1989 йылдың 15 февралендә йәштәребеҙҙе «йотҡан» аяуһыҙ һуғыш тамамлана. Ошоға бағышланған сарала ҡала хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса хәрби комиссариаттың бүлек начальнигы Рөстәм Ҡантимеров, «Афғанстан ветерандарының Рәсәй союзы» йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Сергей Балмасов, Чечен ветерандар союзының «Набат» йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Илдус Маняпов, шулай уҡ хәрби-интернационалистарҙың яҡындары, студенттар, мәктәп балалары һәм ҡала халҡы ҡаинашты.
- Беҙ бөгөн Афған һуғышында һәләҡ булған егеттәрҙе иҫкә алырға йыйылдыҡ. Был аяуһыҙ һуғышта Советтар Союзының 15 меңдән ашыу улы һәләҡ булды. Беҙ бөгөн уларҙың көндән-көн һирәгәйә барған әсәләре алдында баш эйәбеҙ. Улар ысын һалдаттарҙы тәрбиәләгәндәр. Үкенескә ҡаршы, күптәренекң улдары яу яландарынан иҫән әйләнеп ҡайтмаған, беҙ уларҙы мәңге онотмабыҙ,- тине ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.
- Ул йылдарҙа Афганстан сиктәре буйлап илебеҙгә наркотиктар үтеп инә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ошо ағымды туҡтатыу маҡсатында беҙҙең һалдаттар шул сиктәрҙе һаҡларға, ғүмерҙәрҙе өҙгән һуғышта ҡатнашырға мәжбүр булды, сөнки хәрби бурысты 18 йәше тулған һәр кем үтәргә тейеш, - тине хәрби комиссариаттың бүлек начальнигы Рөстәм Ҡантимеров.
«Набат» йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Илдус Маняпов та Чечен һуғышында ҡалабыҙ һәм райондан 23 егеттең вафат булыуын әйтеп уҙҙы.
Ә Афғанстан ветерандарын үҙ ҡанаты аҫтына алған Сергей Балмасов уларға һәм уларҙың яҡындарына сәләмәтлек, сыҙамлыҡ. берҙәмлек теләне. Ойошторолған сарала нибары бер һалдаттың әсәһе – Зәкирә апай Ғәйнуллина ғына килгән ине. Ҡайғы әсәне ваҡытынан алда ҡартайтһа ла, уның улы һымаҡ 15 меңдән ашыу хәрби бурыстарын үтәп, йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән һалдаттар тураһындағы иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Сөнки улар беҙҙең быуын егеттәре, беҙҙең тиҫтерҙәребеҙ, ағайҙарыбыҙ һәм ҡустыларыбыҙ инеләр…
Ҡайһы дәүерҙе генә алып ҡарама, мәғәнәһеҙ һуғыштарҙың яралары әле булһа уңалмаған, йөрәктәрҙә ҡан һауҙырған юғалтыуҙарҙың сиге булырмы? Олатайҙар, атайҙар, улдарыбыҙ күрҙе, бындай афәттәрҙе ҡәҙерләп кенә үҫтергән ейәндәребеҙ генә күрмәһен!!!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.