Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
16 Февраля 2022, 05:15

Бөгөн шағир, драматург РАФАЭЛЬ САФИНдың тыуыуына 90 йыл (1932-2002)

ЯРАТАМ Кисә генә кеүек ишеткәйнем Йәшлегемдең йәшел тауында Әй ҡыҙының тәүге һөйөү һүҙен, Әй буйы шау сәскә сағында.

Эй ғүмерҙең изге минуттары,

Ҡабатланмаҫ мәле ғүмерҙең!

Ҡалды тороп, ҡалды Әй  буйында

Зәңгәр томандарға күмелеп.

Йәшлегемдең  йәшел  тауы ҡалды,

Һары тауҙа атты һары таң,

Һары тауҙа әйтте ҡыймай ғына

Һары сәсле һылыу: «Яратам!»

Яҙың үткән инде, ҡуй, тимәне,

Бүләк итте ҡайнар наҙҙарын.

Әйтерһең дә, килде кире әйләнеп

Йәшлегемдең йәшел яҙҙары,

Аҡылымдан мине яҙҙырып.

Яҙҙа ғынамы ни был ғүмерҙең

Айбарланып, янып балҡыуы?!

Өтөп алыр һымаҡ, ҡапыл ғына,

Ҡайындарҙың һары ялҡыны.

Һәр ағастың алтын телендә бит

Сыңлап тора шул һүҙ: «Яратам!»

Тимәк, дуҫҡай, беҙ йәшәйбеҙ әле,

Яратам, тип атһа һары таң.

                           Рафаэль САФИН.

Бөгөн шағир, драматург  РАФАЭЛЬ САФИНдың  тыуыуына 90 йыл (1932-2002)
Бөгөн шағир, драматург РАФАЭЛЬ САФИНдың тыуыуына 90 йыл (1932-2002)
Автор:Римма Галимова
Читайте нас