Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
16 Февраль 2022, 07:00

Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ла бит ул…

   Күптән түгел Өфөлә 10 йәшлек малайҙың юғалыуы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды.

Ә  ваҡиға былайраҡ була:  Өфөлә бер малай урамға сығып киткән еренән әйләнеп ҡайтмаған. Полицейскийҙар һәм ирекмәндәр ҡаланы ҡыҙырып эҙләгән, тик уны төшкә ҡарай өйөнән йөҙҙәрсә саҡрым алыҫлыҡта - Салауат районы Ташауыл ауылында тапҡан.

Малай ҡала буйлап йөрөгәндә компьютер клубына инеп сығырға уйлаған. Аҡсаһы булмағас, үтеп барған ҡатындан 50 һум һораған.

"Бер аҙ ҡыҙмаса булып алған ханым баланан "ниңә урамда аҡса һорап йөрөһөң, ас түгелһеңме" тип һораша башлаған. Әллә ул яуапты дөрөҫ аңламаған, әллә малай алдашҡан... Ҡатын малайға үҙенә ҡайтып китергә тәҡдим иткән, тегеһе ризалашҡан", - тип хәбәр итте «КП-Уфа» гәзите сығанағы.

Салауат районында йәшәгән ханым ҡайтырға тип такси саҡыртҡан булған. Шуныһы ғәжәп, уҡыусы оҙаҡ уйлап та тормайынса, уның менән таксиға ултырып, бөтөнләй таныш булмаған ауылға ҡайтып киткән. Таксиста ла бер ниндәй ҙә шик тыумаған, сөнки малай үҙен бик тыныс тотҡан, ҡаршылыҡ күрһәтмәгән.

Полицейскийҙар баланың ниндәй машинаға ултырыуын, ә таксистан балалы ханымды ҡайҙа илтеп ҡуйыуын асыҡлай алған.

"Малайҙың ғаиләһе ябай, тулы түгел, әммә иҫәптә тормай. Әлбиттә, баланың ниндәй шарттарҙа йәшәүен, ни өсөн уның таныш булмаған ҡатынға эйәреп китеүен тикшерергә кәрәк. Уны үҙе менән алып ҡайтҡан ханымға яза булырмы, юҡмы - әлегә билдәһеҙ", - тиелә был хәбәрҙә.

Малайҙы әсәһе яңғыҙ тәрбиәләүе мәғлүм булды. Башҡа мәшәҡәттәр табылып торһа ла, баланы күҙҙән ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Балаларҙың юғалып, ниндәй фажиғәләргә тарыуын көн-төн ишетеп, белеп торабыҙ бит! Юҡҡа ғына « һаҡланғанды, Алла һаҡлар!» тимәгәндәр бит! Ваҡиғаның шулай бәлә-ҡазаһыҙ тамамланыуы ғына «эсте йылыта». Ләкин әсәне яуапһыҙлыҡтан азат итмәй. Үҫмерҙә эйәртеп алып киткән ҡатынға ла яуап тоторға кәрәк булыр, моғайын.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сығанаҡ: www.ufa.kp.ru

Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ла бит ул…
Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ла бит ул…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас