Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
17 Февраль 2022, 11:40

ҮҘГӘРЕШТӘРГӘ ӘҘЕРБЕҘМЕ?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы указына, тажлы вирус таралыуы ихтималлығына бәйле, үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына, шулай уҡ Рәсәйҙең Баш дәүләт  санитария табибының ошо йылдың 4 февралендә сығарған ҡарарына  ярашлы, ул COVID-19 диагнозы ҡуйылған ауырыуҙар  менән бәйләнештә булғандарға ҡарата мотлаҡ үҙизоляция режимын туҡтатты.

Эш биреүселәргә, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль власть органдарына дөйөм хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһын, йәғни 50 процентын дистанцион режимға күсерергә тәҡдим ителә.
Республика Башлығының рәсми сайты мәғлүмәте буйынса Р.ҒӘЛИМОВА.

 

ҮҘГӘРЕШТӘРГӘ  ӘҘЕРБЕҘМЕ?
ҮҘГӘРЕШТӘРГӘ ӘҘЕРБЕҘМЕ?
Автор:Римма Галимова
Читайте нас