

10 февралдән 11-нә ҡараған төндә ғаиләнең үҙ өйөндә эскәнлеге асыҡланған. Табын ваҡытында хужа менән хужабикә һүҙгә килешкән һәм ҡатын ирҙең битенә усы менән һуҡҡан. Ә быға яуап итеп, ир таҫтамал алған да уны быуып үлтергән.Ҡатыны үлгәнен аңлағас, енәйәтсе ағаһының өйөнә ҡасҡан. Әммә уны шул көндә ҡулға алалар. Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылып, һаҡ аҫтына алынған. Тәфтишселәр дәлилдәр йыйыуын дауам итә.