- Быйыл ҡала халҡы таҙа һәм ыҡсым подъездарҙы күреп шатланасаҡ, сөнкки үткән йылда подъездар бөтөнләй ремонтланмаған булған. Сәбәбе иһә - ҡатмарлы иҡтисади хәл һәм финанс булмауы. Ә өс йыл эсендә Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса 2184 күп фатирлы йорттың 6493 подъезы ремонтланған. Эштәрҙең дөйөм сығымы 2 миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл иһә был программаға аҡса арттырылған, шул айҡанлы Башҡортонстанда 320 күп фатирлы йортта 958 подъезды тәртипкә килтереү күҙаллана, - тип яҙып сыҡты үҙ сәхифәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы башлығы Рөстәм Ғәзизов.
Римма ҒӘЛИМОВА