- Февралдең 3 азнаһында республикала янғында 24 кеше һәләк булған, йәғни былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. Иң тетрәндергәне 4 янғында: Бәләбәй, Благовещен, Иғлин, Мәләүез райондарында икешәр кеше утта һәләҡ була. Февралдә кеше үлеме менән тамамланған янғындарҙың 80 проценты ауыл ерендә булған икән.Үлемесле янғындарҙыңҒүмерҙәрҙе ҡыйған янғындарҙың төп сәбәптәре билдәле, улар өсәү:
1) тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу;
2) электр ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу;
3) мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.
Урамда һалҡын, һәм күптәр верандала йәки хатта өйҙә тәмәке тарта. Февралдә 10 кешенең ғүмере тап шул сәбәпле өҙөлгән.
Фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн тәмәкене һүндермәйенсә ташламағыҙ, бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда һәм мейес яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Үҙегеҙ яһаған һәм төҙөк булмаған электр йылытҡыстарын ҡабыҙмағыҙ! Фәҡәт ошо арҡала февралдә 11 кеше янып үлгән.
Торлаҡты янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламалары менән йыһазландырыу – һөҙөмтәле сара. Ошондай бәләкәй сиреналар республикала 683 кешенең, шул иҫәптән 266 баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалды. Һәм иң мөһиме – балаларығыҙ менән бергәләп янғында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ. Ошо алымдарҙы аныҡ белгән осраҡта күп кенә фажиғәләргә юл ҡуйылмаҫ ине.
Янғынды үҙаллы һүндерергә тырышмағыҙ!
Иҫерек яҡындарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы ҡарауһыҙ, шулай уҡ балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре әсәләрҙең һәм уларҙы үтәмәү сәбәпле ҡорбан булғандарҙың туғандарының әсе күҙ йәше менән һуғарылған. Талаптарҙы үтәгеҙ! Туғандарығыҙ һәм эргәгеҙҙәге башҡа кешеләр тарафынан уларҙы боҙоуға юл ҡуймағыҙ! Бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы янғынға бәйле фажиғәләрҙән һаҡлап ҡала алабыҙ, - тине ул. Уның менән килешмәй булмай.
Римма ҒӘЛИМОВА.