Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
18 Февраль 2022, 08:50

Йәшелсәгә тағы хаҡ артты

Башстат аналитиктары аҙыҡ-түлек хаҡының мониторинг һөҙөмтәләрен еткерҙеләр.

Мәҫәлән, аҙна эсендә республикала тоҙға, кәбеҫтәгә, ҡыяр һәм бананға хаҡтар айырыуса артҡан.

Тоҙ – 10,96 һум булһа, кәбеҫтәнең килоһы 60,26 һум, ҡыярҙыҡы – 187,33 һум, банандың килоһы уртаса 81,90 һум булып киткән. Шулай уҡ хаҡтар еләк-емеш балалар консерваларына, аҡ майға һәм бешерелгән колбасаға ла артҡан. Ә бына  балалар өсөн ит консервылары , ҡаймаҡ, һыуытылған тауыҡ, глазурлы шоколад кәнфиттәре һәм йоморҡаларҙың хаҡтары бер аҙ төшкән.

Төптән уйлаһаң, пенсиялары артып килгәндәрҙең шатлыҡтары оҙаҡҡа барманы.

Римма ҒӘЛИМОВА

 

 

Йәшелсәгә тағы хаҡ артты
Йәшелсәгә тағы хаҡ артты
Автор:Римма Галимова
Читайте нас