Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
4 Март 2022, 16:37

"Яҡшы уҡыған, шәп спортсы булған"

Өлкән лейтенант Алексей Кондратьев 1996 йылдың 8 майында Ейәнсура районында тыуған. Ул яҡшы уҡыған, шәп спортсы булған. Олимпиадаларҙа беренсе урындар алған, бик күп почет грамоталары һәм дипломдар менән бүләкләнгән. Мәктәптә уҡыған йылдарында волейбол, самбо һәм теннис секцияларында шөғөлләнгән.

"Яҡшы уҡыған, шәп спортсы булған""Яҡшы уҡыған, шәп спортсы булған"
"Яҡшы уҡыған, шәп спортсы булған"

2013 йылда Кондратьев Хәрби тыл һәм транспорт академияһына уҡырға ингән. Имтихандарҙа юғары балл алған, яҡшы физик әҙерлек күрһәткән.
Бер йылдан Башҡортостан курсанты Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадында ҡатнашыу хоҡуғына лайыҡ булған. Уҡыуын тамамлағас, Алексей Белгород өлкәһендәге хеҙмәт иткән.
Икенсе курста белем алғанда уҡ ул «Ейәнсура таңдары» гәзите редакцияһына ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайлауы тураһында һөйләгәйне: «Хәрби һөнәр - бала саҡ хыялы... Үҙемдең, ғаиләмдең, Тыуған илебеҙҙең киләсәген бәхетле, имен, иң мөһиме, тыныс итеп күрәм».
Алексей Кондратьевтың ҡатыны һәм биш айлыҡ сабый ҡалған. Хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә мотлаҡ тейешле ярҙам күрһәтербеҙ, тип билдәләне республика Башлығы.
https://vk.com/bashkortostanim?z=photo-153665096_457251968%2Falbum-153665096_00%2Frev

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас