Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март 2022, 18:00

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланы

  Радий Хәбиров Өфөләге күп функциялы үҙәктең төп офисында булды һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотланы

Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре селтәре 76 офистан һәм 440 территориаль айырым бүлектәрҙән тора. Республика халҡының 99,32% «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә, Өфөлә был күрһәткес — 100 процент.

 

Бөгөн, 5 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең төп офисында булды, күп функциялы үҙәктең эше менән танышты һәм хеҙмәткәрҙәрҙе яҡынлашып килгән 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. «Бында һеҙҙең нисек эшләүегеҙҙе ҡарап сығырға теләгәйнем, барыһы ла бик яҡшы. Өс йыл элек Күп функциялы үҙәктәрҙә сиратҡа бәйле проблемалар бар ине, хәҙер бындай проблема юҡ. Һеҙҙе яҡынлашып килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлайым, һаулыҡ, бәхет, мөхәббәт теләйем, борсолмағыҙ, барыһы ла һәйбәт булыр», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе граждандарҙы ҡабул итеү, беренсел консультация һәм дәүләт хеҙмәттәре зоналарын, бизнес-зонаны, операция залын, контакт-үҙәкте, шулай уҡ криптобиокабинаны ҡараны. Унда программа-техник комплексын ҡулланып, биометрик сит ил паспорттары бирелә. Криптобиокабиналар – «Ростелеком»дың һәм Ростех дәүләт корпорацияһының партнерлыҡ проекты. Тышҡы яҡтан ул үҙаллы фото төшөрөргә мөмкин булған ғәҙәти фотокабинаны хәтерләтә. Был аппаратура ғариза биреүсенең биометрик мәғлүмәттәрен теркәргә мөмкинлек бирә. Республиканың дәүләт учреждениеһы директоры Наталья Куприянова һүҙҙәренсә, һанлы фотокамеранан тыш, кабинала күләгәһеҙ яҡтыртыу системаһы, бармаҡ эҙҙәре сканеры, документтар сканеры, штрихкодты тикшереүсе, яңы быуын паспорттары микросхемаларын тикшереүсе бар. Граждандарҙың биометрик мәғлүмәттәре ышаныслы криптографик һаҡ аҫтында. Республикала ошондай 12 криптобиокабина бар.

Фото: "Башинформ"дан.

 

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланы
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланы
Автор:
Читайте нас: