Мин иң беренсе тапҡыр хәйерселәрҙе 1980 йылда Өфөлә күрҙем. Ауыл хужалығы институтының ятағына урынлашҡан инек ул саҡта. Бер ике аяҡһыҙ ағай хәйер һорап ултыра ине. Миңә был хәл бик ауыр тәьҫир итте. Сөнки совет илендә хәйерселәрҙең булыуы мөмкин түгел һымаҡ ине. Ул саҡта хәйерселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған, күрәһең. Һуңғы йылда уларҙы ҡалабыҙҙың магазин төптәрендә лә , банк алдында ла, баҙарҙа ла күрергә тура килде. Ул замандарға хәйерселәргә ҡараш та башҡасараҡ ине. Хеҙмәт лозунгылары алда йөрөгән ваҡытта эшләмәгән кешеләрҙе урамда осратмай торған инек. Ә хәҙер улар аҙым һайын тиерлек.
Тамаҡты эшләп туйҙырыу зарур
Бер көндө эшкә китергә сыҡһам, сүп-сар түгергә сыҡҡан апайҙан бер әҙмәүерҙәй ир аҡса һораған ахры. Апайҙың: «Миңә ҡара әле, нисә йәш бирәһең, миңә 67 йәш булһа ла эшләп тамағымды туйҙырам. Ошолай хәйерселәп йөрөгәнсе, эшләп аша», - тине лә китеп барҙы.
Хәйер һорауҙың сәбәптәре төрлө-төрлө әлбиттә. Йыш ҡына Һаҡлыҡ банкы эргәһендә бер әбей хәйер һорай торғайны. Мин уның элекке уҡытыусы булыуын ишетеп хайран ҡалдым. Ул аяҡтары иҫән саҡта уҡ хәйер һораша торғайны. Кешеләрҙең : «Бирмәгеҙ уға хәйер, йыйған аҡсаһына ҡыйбатлы колбаса алып ашай бит ул,» -тигәндәрен ишетеп, йәлләмәй башланым уны. Аҙаҡ аяҡтарын бинтка урап ҡултыҡ таяҡтары менән банк эргәһендә баҫып торғанын күргәс тә бер аҙ шикләнә төштөм. Сөнки ышанысты юғалтҡан кешегә ҡабат ышанып булмай бит!. Ә икенсе бер мосолман әбейенең балалары – ҡыҙы менән кейәүе була тороп та хәйер һорашҡанына күнегеп бөттөк инде. Уны «беҙҙе оятҡа ҡалдырма» тип елтерәтеп өйөнә итеп ҡуйһалар ҙа, ашау яғынан тәрбиәләһәләр ҙә, сыға ла ултыра икән. Сөнки был инәйҙең улы төрмәлә булғас уға аҡса ебәрер өсөн әсә кеше ошо хәлгә ҡалған,- тигән хәбәрҙәр йөрөй уның хаҡында.Ә аҡса урынына алдына икмәк йәки бүтән төрлө ризыҡ ҡуйһалар баш тарта, бары тик аҡсалата ғына ала икән. Имеш-мимеш булһа ла, тормош ысынбарлығы ышандырып ҡуя бит.
Аяҡтары булмаһа ла…
Баҙар светофоры алдында һуңғы йылдарҙа хәйер һорап ултырған ике аяҡһыҙ ағайҙы һәр кем күреп белә тиерлек. Мин уға хәйер һалғандан һуң, һүҙ башлап ҡарағайным, уның телмәре бөтөнләй аңлашылманы. Уның машинала килтереп ҡуйып, аҡсаһын тартып ала торған шарлатандар ҡорбаны булмауы һөйөндөрә, сөнки ул бында бер йыл ғына ултырмай бит инде.Уның «ысын инвалид» икәнлеген баҙарҙа күптән эшләүселәр ҙә раҫланылар.. Тимәк, ашарына ла, йәшәренә лә аҡсаһы етмәй булып сыға.
Бала сағында поезд аҫтында ҡалған
Баҙарҙың икенсе башында машинаһында асҡыс яһап торған ике аяҡһыҙ иргә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына өндәшә алдым. Һөйләшеп киттек. Лебедьков Владимир Дмитриевич – минең яҡташым булып сыҡты. Бында Ишембайҙан килеп эшләп йөрөй икән ул. Уңайһыҙ булһа ла аяҡтары тураһында һораштым. Бала сағында уйнап йөрөгәндә поезд аҫтында ҡалып өҙҙөргән икән бахырҡай. Уға әле 62 йәш. Әлбиттә, ғаиләһе менән дә ҡыҙыҡһындым. Ҡатыны үҙенән 20 йәш бәләкәй икән. Ике улдары армияға барып , икеһе лә имен-аман йөрөп ҡайтҡандар. Ҡатыны менән нисек танышыуҙары тураһында ла һораштым. Беҙ танышҡанда буласаҡ кәләшемә 15 кенә йәш ине, - ти Володя. Башта ҡыҙ уның менән бергә эшләгән булған, аҙаҡ мөхәббәттәре ҡабынған. Мөхәббәт емештәре булып улдары тыуған. Һоҡланырлыҡ ғаилә бит! Әҙәм балаһының ниндәй шарттарҙа ла кеше булып ҡалып, донъянан йәм табып йәшәүенең яҡты өлгөһө бит Владимир Дмитриевич Лебедьков, тимәксемен. Ә бит ике аяҡлы, ике ҡуллы булып та эшләмәйенсә, әсәләренең пенсияларын талап алып ашап ятыусы ирҙәр ҙә етерлек бит әле донъяла.
Хәйерселектән сығыу юлдарын табып…
Үткән йылды Росстат «хәйерселек сиктәре»нән сығып, беренсе тапҡыр аҙ тәьмин ителеүселәрҙең иҫәбен алған. 2021 йылдың өсөнсө кварталында уҡ 16 миллион рәсәйленең хәйерселектә йәшәүе мәғлүм булған, әлеге һан 2020 йыл менән сағыштырғанда 2,8 миллионға әҙерәк булып сыға. Был халыҡтың социаль түләүҙәре менән дә, эш хаҡтарының күтәрелеүе менән дә аңлатыла. Икенсе яҡтан ҡарағанда, халыҡтың килеме лә 15, 5 поцентҡа артҡан бит. Шуға күрә Президент Владимир Путин хәйерселек кимәлен 2030 йылға ике тапҡырға кәметергә тигән маҡсат
ҡуйҙы ла инде.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.