Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
7 Март 2022, 09:10

Китап яратыусы Гөлнур

Кешене яҙмыш йөрөтә, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Китапханала осраҡлы ғына танышып киткән Гөлнур Тимерәева тураһында китапханасылар «Ул башҡорт телендәге бөтә китаптарҙы ла уҡып бөттө», тинеләр. Шыттыраларҙыр, тиһәм, ысын икән: Себергә вахта юлы менән йөрөгән Гөлнур ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге китапханаһында булған башҡорт телендәге китаптарҙы уҡып бөткән, ә яңылары килмәгән икән әле.

Ауылда 8 класты тамамлаған ҡыҙ Ишембайҙа тегеүсе һөнәрен үҙләштергәс трикотаж фабрикаһында эшләй. Федоровка районы егетенә тормошҡа сығып, 2 балаға ғүмер бирә улар, райондың Пугачев совхозында алдынғы һауынсы булып эшләй. Кейәүҙә 10 йыл булғандан һуң, ире эсеү сәбәпле ике балаһын етәкләп Стәрлетамаҡҡа туғандарына килеп төпләнә. Урам һепереүсе булып эшләп, дөйөм ятаҡтан бүлмә ала. Ғүмеренең иң матур, һағынып иҫкә алыр мәлдәре лә булған Гөлнурҙың. Заводта механик булып эшләүсе, донъя көтөрҙәй, бынамын, тигән Ғафури егете Миҙхәт менән сәсен-сәскә бәйләп 15 йыл ғына бергә йәшәп ҡалалар. Гөлнурҙың балаларын үҙенеке һымаҡ итеп
ҡараша был егет. Үкенескә ҡаршы, бәхеттәре оҙаҡҡа бармай уларҙың. Гөлнурына : «Һин сменанан ҡайтҡансы килеп етәм» тип ауылына ҡайтып киткән Миҙхәте ҡаянан машина менән осоп һәләк була. Шулай Гөлнур Ғәбделхаҡ ҡыҙының бәхетле тормошо һынау алдында тороп ҡала. Ҡатын оҙаҡ уйлап тормай, осраҡлы ғына яйы сығып, Себер тарафтарына эшкә барып урынлаша. Ул саҡта дөйөм ятаҡта вахтер булып ултырып, айына 10 мең һум алып йөрөгән ҡатын сит тарафтарҙа айына 35 мең алып эшләй башлай. Шулай балаларын аяҡҡа ла баҫтыра, уларға фатир һатып алышырға ла ярҙам итә. Үҙенэ лә айырым фатир алған ул…
«Себер һыуығы үҙәгеңә үтмәнеме?» тигәнемә, «Юҡ, -ти ул. -Унда беҙ тышта эшләмәйбеҙ бит. Эшләгән урыныбыҙ ҙа, йәшәгән еребеҙ ҙә бина эсендә урынлашҡан. Хатта магазин да ошонда уҡ…». Эш шарттарының да сағыштырмаса еңел булыуын аңлатты әңгәмәсем. Ул шул тиклем ымһынырлыҡ итеп һөйләне. Хатта ул тарафтарҙы йәшерәк булғанда барып күрергә лә булыр ине. Боландарҙың шундай матур булыуын, урындағы халыҡтың балыҡ һәм болан ите менән туҡланыуын, ундағы тәбиғәт үҙенсәлектәрен сәғәттәр буйы һөйләй ала, Уға ҡарайым да «Себер нығытҡан был ҡатынды, аяғында ныҡ баҫып тора»- тип эстән генә уйлап ҡуям. Ә үҙе шундай эскерһеҙ, мөләйем, унан шундай йәшәү сәме бөркөлә. Әлеге ваҡытта эш хаҡы ул яҡта 5 тапҡырға күтәрелгән тиергә лә була, бында 10 меңгә бил бөккәнсе тип кенә ебәрәләр ул Себерҙә эшләүсе ҡыҙҙар. Гөлнур Ғәбделхәй ҡыҙы Тимерәева һымаҡ тормошто яратҡан, тормош һынауҙарынан бөгөлөп төшмәгән дәртле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күберәк булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар ғаилә альбомынан алынды.

Китап яратыусы Гөлнур
Китап яратыусы Гөлнур
Автор:Римма Галимова
Читайте нас