Уны Бөрө ҡалаһының талантлы рәссамы Александр Заярнюк ойошторҙо.
Ысынлап та залға килеп инеү менән беҙҙе ҡояшлы сағыу һүрәттәр ҡаршыланы. Өфөнөң Ижад галерееһынан башланған күсмә проектта 71 ижад емеше бар. Ҡояшлы Ҡарадиңгеҙ буйы һәм башҡа пейзаждар, колоритлы натюрморттар һәм рәссамдың сюжет композициялары рәссам тарафынан Ҡырым һәм Көньяҡ Европа буйлап сәйәхәт иткән ваҡытта ижад ителгән. Ҡояш, диңгеҙ, күк йөҙө, кәмә һәм кораблдәр- был урындарҙы үҙ иткән оҫтаның иң яратҡан мотивтары. Экспозиция асылыу уңайынан килгән автор Стәрлетамаҡтың сәнғәт мәктәбе уҡыусыларына үҙенең ижади эштәре хаҡында ентекле һөйләп, автографтар бирҙе. Ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Сәғетдин улы Зиннатуллин рәссамға ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һөйөүселәре исеменән ҙур рәхмәт әйтеп, уңыштар теләне.
Римма ҒӘЛИМОВА.