Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылынында бынан 80 йыл элек донъяға килгәнен ишетеп, бик хайран ҡалғайным шул саҡта. Ҡарап тороуға, был еңел генә атлап йөрөгән теремек кенә ағайға, самалап ҡарағанда, 60 йәштәр тирәһе бирергә лә мөмкиндер. Әлбиттә, уның йәш күренеүенең сере нимәлә булыуын «Хазина»ға йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар һорашып белгәндәрҙерме-юҡмы, ә мин иһә тәүәкәлләнем инде. Баҡһаң, ул бәләкәй сағынан уҡ ауылда эшләп үҫкән. 1974 йылда Физкультура техникумын тамамлаған. Саңғыла шыуыу буйынса спорт мастеры була. Ә 1961-1965 йылдарҙа Урал хәрби округының спорт ротаһында хәрби хеҙмәт үтә. Саңғыла шыуыу һәм биатлон буйынса чемпион була.
- Физкультура менән мәктәптә уҡыған саҡтан алып шөғөлләнәм, Беҙҙең ауыл малайҙарына хеҙмәткә хөрмәт кесе йәштән үк башлана бит инде. Ә спорт менән ныҡлап армияла шөғөлләнә башланым. Нисектер, армияның беренсе ҡышында уҡ еңел генә саңғылар буйынса беренсе разряд нормативын үтәнем дә ҡуйҙым, - тип хәтер ебен һүтә Линзит Абдрахманович. – Ә икенсе йыл хеҙмәт иткәндә саңғы һәм биатлон буйынса округ чемпионы булып киттем.
Шулай армия сафтарында сынығыу алған Линзит Ишморатов армиянан һуң Стәрлетамаҡтың 200 йыллығын билдәләгән 1966 йылда ҡалабыҙға килеп төпләнә. Синтетик Каучук заводына эшкә урынлаша. Ҡала йыйылма командаһында «Хеҙмәт» спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай. 1967 йылда ҡаршылыҡлы 3000 метрга йөгөрөү буйынса республика чемпионы була. Бер нисә йыл йөгөрөргә яратыусылар клубында дәрестәр алып бара, еңел атлетика буйынса тренер була. Ә 1978-2003 йылдарҙа Рәсәй Дәүләт стандартының Стәрлетамаҡ стандартизация, метереология һәм сертификация үҙәгенең эксплуатацион-техник бүлегендә начальник була ул. Бөгөн иһә ул – спорт һәм хеҙмәт ветераны.
- Хәҙер йөгөрөүсе кешеләрҙе һирәк осратырға тура килә, саңғысылар ҙа ул йылдарға ҡарағанда кәмене, - тип борсола спорт һәм хеҙмәт ветераны.
Әйткәндәй, беҙ уны оҫта баянсы булараҡ та беләбеҙ бит әле. Заманында ул Фәнис Ваһапов менән республика кимәлендәге конкурста еңеү яулаған. Шулай уҡ «Уйна, гармун!» конкурсында танылған. Тынғыһыҙ спортсы, баянсы әле лә сафта.
- Мәҙәниәтте яратҡан кеше сәләмәт тә булырға тейеш. тип иҫәпләйем. Физик тәрбиәне мәктәптә үк башларға кәрәк, физкультура дәресе аҙнаға бер-ике генә түгел, ә көн дә үткәрелергә тейеш тә бит. Барыһы ла спорт инветарының ҡыйбатлығына барып тоташа шул!» - ти Линзит Ишморатов.
Спортка мөкиббән киткән атай кеше үҙенең балаларында ла спортҡа ҡарата һөйөү уятҡан. Улы Марсель самбо буйынса спорт мастеры булһа, ҡыҙы Рита сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙы балаларының аңына бәләкәйҙән үк һеңдергән.
Линзит Абдрахман улы Ишморатов һымаҡ ир уҙамандары беҙҙең тормошобоҙҙо биҙәй, үҙҙәренең тәжрибәһе менән бүлешеп йәш быуынға өлгө күрһәтә. Йәй көнө таң һарыһынан йөгөргән, ә ҡыштарын саңғыла йөрөгән ағайҙы ҡалабыҙҙың мәҙәниәт бүлеге ойошторған сараларҙа осратһағыҙ аптырамағыҙ: һәләтле, дәртле, сәмле кеше – ҡайҙа ла өлгөрә ул!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: ғаилә архивынан алынды.