Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
7 Марта 2022, 09:30

СЕБЕР ЕЛЕ САЯЛАРҒА ҒЫНА КИЛЕШӘ

Элек беҙ Себер тарафтарына эшкә күберәген ирҙәр йөрөй тип уйлай инек. Ә һуңғы ваҡыттарҙа гүзәл заттарыбыҙҙың ҙа ул яҡтарға вахта ысулы менән йөрөп эшләүе бер кемде лә аптыратмай.

Заһитова-Бикәнәсова Рәзилә Шәкирйән ҡыҙын ҙа яҙмыш Себергә уйламағанда юлланырға мәжбүр итә. 1983 йылда Төрөкмән урта мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ кулинария училищеһында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергән ҡыҙ ҡалабыҙҙың Красный пролетарий заводы ашханаһында 5 йыл эшләгәндән һуң ВТС заводы ашханаһына күсә. Ул ваҡытта тормошҡа сығып, ире менән ҡыҙ үҫтергән булалар. Сираттағы иҡтисади көрсөктә үҙе лә, ире лә эшһеҙ ҡалғас, ире баҙарҙа эшләргә мәжбүр була. Ә Рәзилә 2009 йылда Себергә эшкә китергә тәүәкәлләй. Шулай итеп 3 йыл Нижневартовск ҡалаһында, 4 йыл Уренгойҙа һөнәре буйынса эшләй. Әлеге ваҡытта Мурманск ҡалаһында өлкән ашнаҡсы булып эшләп йөрөй. Алыҫҡа йөрөп эшләһә лә ике тиҫтә йыл буйы дөйөм ятаҡта йәшәгән ғаиләгә Себерҙең оҙон аҡсаһы фатир алырға, ҡыҙына юғары белем бирергә ярап ҡала.
- Беҙҙең Башҡортостан егеттәре, ирҙәре баҫалҡы, ипле булыуҙары менән әллә ҡайҙан уҡ танылып торалар, мин яҡташтарыма аштарымды мул итеп һалырға тырышам», - ти Рәзилә. Пенсия реформаһы булмағанда ул үткән йыл хаҡлы ялға сыҡҡан булыр ине лә, ә хәҙер һуңлабыраҡ «ял итергә» тура килә инде уға. Бер өйрәнгән эштән айырылыу ҙа еңел түгелдер, күрәһең! Ирҙәр һымаҡ сая ҡыҙҙарға һоҡланырға ғына ҡала. Сөнки Себер еле һәр кемгә лә килешмәй бит, «Себер ене» лә көслөләргә генә ҡағылалыр, тим.
Ләкин… ошо урында миҙалдың икенсе яғына ла туҡталғым килә. Матди яғы ымһындырһа ла, ошо Себергә йөрөп күпме ғаиләләр тарҡалыуына ла күҙҙе йомоп ҡарап булмай шул! Минең геройымды ла яҙмыштың был яғы урап үтмәгән. Шуныһын да өҫтәһем килә: был ғаиләнең өҫтөнлөгө шунда - Рәзилә лә, уның тормош иптәше лә яҙмыш һынауынан юғалып ҡалмағандар, икеһе лә лайыҡлы йәшәп, ҡыҙҙары алдындағы бурысты тейешенсә үтәгәндәр. Айырым йәшәһәләр ҙә, ғаилә хас сит илдәрдәге һымаҡ бергә тиергә була. Ә, бәлки, ошолай йәшәү отошлыраҡтыр ҙа әле ул. Әлбиттә, ғаилә ҡиммәттәрен һәр ғаилә үҙенсә һаҡлай. Ә Рәзилә Шәкирйән ҡыҙы ғаиләнең матди хәлен өҫтөнрәк күреүе менән миндә бары тик һоҡланыу ғына уятты.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ғаилә альбомынан алынды.

СЕБЕР ЕЛЕ САЯЛАРҒА ҒЫНА КИЛЕШӘ
СЕБЕР ЕЛЕ САЯЛАРҒА ҒЫНА КИЛЕШӘ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас