Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
7 Март 2022, 12:30

Туған тел – халыҡ хазинаһы йәки күңелдәрҙә рухи орлоҡ бөрөләнде

21 февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһының А. Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә “Туған тел – халыҡ хазинаһы” тип исемләнгән фольклор композицияһы үтте. Сара Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына бағышланды. Унда ҡалабыҙҙың 3 – сө һанлы Башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары (етәксеһе Зәйнетдинова Зилфера Арыҫланбәк ҡыҙы), “Хазина” фольклор төркөмө ағинәйҙәре, 62 – се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм балалары ҡатнашты. Сара халҡыбыҙ йолалары, ауыҙ – тел ижады, йырҙар, бейеүҙәр, мәҡәлдәр, тиҙәйткестәр, халыҡ уйындары менән үрелеп барҙы һәм бик матур, йылы мөхиттә үтте.

Һәр халыҡтың хазинаһы, моңло йәдкәре ул – тел, әсә теле. Туған телен ҡәҙер иткән халыҡ - хөрмәтле була. Үҙ телебеҙгә бер ҡасан да битараф булмайыҡ, һаҡлайыҡ, иркен аралашайыҡ, телмәребеҙҙе үҫтереүгә бар көсөбөҙҙө һалайыҡ. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген һис ҡасан онотмайыҡ! Сараны үткәреүгә китапхана хеҙмәткәрҙәре лә ҙур көс һалды.
- Һәр ваҡыттағыса, бай тарих һәм традицияларға эйә булған, күпте кисереп, ихтыяры сыныҡҡан Рәсәй халыҡтары эшләй ҙә, ял да итә, байрамдар ҙа үткәрә белә, сөнки ниндәй генә шарттарҙа ла тормошобоҙҙо мәҙәниәт һәм сәнғәтһеҙ күҙ алдына килтерәүеүе лә ҡыйын. Халыҡ сәнғәте төрлөлөгө һәм уның үҙенсәлектәре, мәҙәни мираҫ һәм тарихи ҡомартҡыларыбыҙға һаҡсыл мөнәсәбәт буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә лайыҡлы рәүештә алдынғы урындарҙың береһен биләй, шулай уҡ ул донъя күләмендә лә күптән танылыу яуланы. Һуңғы ике йыл эсендәге ҡаҙаныштарыбыҙ ғына ла ошо хаҡта яҡшы һөйләй: халыҡ сәнғәтенең юғары үҫеш кимәлен 2021 йылда республикабыҙҙа ҙур уңыш менән үткәрелгән абруйлы Фольклориада ла раҫланы. Һәр хәлдә, 2021 йылда Башҡортостан Бөтөн донъя фольклор үҙәге итеп юҡҡа ғына һайланманы бит, бик күп милләт вәкилдәре һыйышып, тыныс йәшәгән республикабыҙ һәр береһе үҙенең этник үҙенсәлеге менән айырылып торған, ошоға тиклем һаҡланып килгән боронғо традицияларға эйә йырлы-моңлө, талантлы халыҡтар төйәге икәнен бөтөн донъяға күрһәтә алды. Шулай итеп, Башҡортостан халыҡтарының сәнғәт ҡаҙаныштары беҙҙең күҙ алдында үҫешә, байый һәм киң популярлыҡ яулай, - тине китапхана мөдире Гүзәл Ишбулдина сараны асып.
Ысынлап та, мәҙәни мираҫыбыҙ халыҡ торомошонан, уның сәнғәтенән айырылғыһыҙ, сөнки был өлкә ошо сәнғәтте бар итеүсе йыр-моң, оҙон көй, бейеү, туған тел байлығы, ауыл-тел ижады, эпостарыбыҙ, йола һәм традицияларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, халыҡ кәсептәре, халыҡ уйындары, художество ҡанундары, музыка ҡоралдары технологияһы, милли символика һәм биҙәк өлгөләре, башҡа бик күп рухи һәм матди хазиналарыбыҙҙы, шулай уҡ боронғо тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы үҙ эсенә ала. Ошо йәһәттән, Абдулҡадир Инан исемендәге китапхана, «Хазина» фольклор төркөмө ағинәйҙәре, 62-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм балалары ҡатнашлығындағы сара – бының асыҡ миҫалы.
- Ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө һәр кемдән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Әҙәмдең һәр аҙымы, хатта ниәт-маҡсаттары ла әүәл-әүәлдән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Улар бөтә кешегә лә фарыз иҫәпләнгән. Бына шуны йола, йола үтәү, йола атҡарыу, - тиҙәр. Әйткәндәй, ҡыҙҙы атай йортонан оҙатҡан ваҡытта, ҡыҙ үпкәһен ата-әсәһенә сеңләп үпкә һүҙҙәрен белдергән. Ошо сеңләү тураһында бер бәләкәй генә тамаша тәҡдим итәбеҙ, - тине «Хазина» фольклор төркөмө етәксеһе Зимфира Ибраҡова. Сеңләүҙе иҫ китмәле образға инеп китапхана мөдире Гүзәл Ишбулдина башҡарҙы. Ата-бабаларыбыҙ заманында ҡыҙҙарҙы бик иртә кейәүгә биргәндәр. Ҡыҙҙар 12-13 йәштән бирнә әҙерләй башлағандар: ҡулъяулыҡтар, селтәрҙәр сиккәндәр, ынйы-мәрйендәр ҡушып түшелдеректәр теккәндәр. Ошо йолаға арналған Мостай Кәримдең «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» шиғырын Хәлиҙә Ҡотлошина уҡып ишеттерҙе. Ә ҡалған ағинәйҙәр уға ҡушылып йырлап ултырҙылар.
Ә инде ағинәйҙәр халыҡ йолаларын күрһәткәндә сараға 62-се балалар баҡсаһы балалары ла ҡушылды. Төрлө уйындар, йыр-бейеү, йомаҡтар сисеү, тиҙәйткестәр һөйләү - барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолдо. Сараға ҡунаҡ булып килгән 3-сө лицей интернаты уҡыусылары бик теләп, ихлас ҡатнашып ултырҙылар. Һөҙөмтәлә викторинала әүҙем ҡатнашҡан 10-сы класс егеттәре Бағишев Инсаф менән Шәрипов Илсаф яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары менән бүләкләнде.
- Хәҙерге заманда иң мөһим бурыс – телде һаҡлап ҡалыу. Ә телде һаҡлау – ул ғаиләлә, бөтә ерҙә лә үҙ телеңдә иркен һөйләшеү, башҡорт әҙәбиәтенә битараф булмау, гәзит-журналдарҙы алдырып уҡыу. Беҙ бөгөн милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға тип һалынған бурысыбыҙҙың бер бәләкәй генә өлөшөн үтәнек тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ, тигән ағинәйҙәргә уңыштар ғына теләргә ҡала. Сара татар халҡының бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡай һүҙҙәренә яҙылған «Туған тел» йыры менән асылғайны, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Уйҙарым» ҡобайыры менән тамамланды. Ә бит халыҡ йолаларының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, мәҙәниәтен, көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Уйындар кешене күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтыяр көсөн арттыра һәм физик яҡтан нығыта.
Берҙәмлек, халҡыбыҙҙың мираҫы булып һаҡланған кәсептәрҙе, шул рәттән халыҡ йолаларын тергеҙеү, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың боронғо рухи-мәҙәни ҡомартҡыларын, йола һәм традицияларын, гөрөф-ғәҙәттәрен йәш үҫмер балаларға өйрәтеп ҡалдырыу маҡсаты менән «Хазина» фольклор төркөмө ағинәйҙәре, 62-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм балалары, Абдулҡадир Инан исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре ошо байрамды ойоштороп йәш быуындың күңеленә онотолмаҫлыҡ рухи орлоҡ һалды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Рәшиҙә БУРАНБАЕВА фотоһы..

 

Туған тел – халыҡ хазинаһы йәки күңелдәрҙә рухи орлоҡ бөрөләнде
Туған тел – халыҡ хазинаһы йәки күңелдәрҙә рухи орлоҡ бөрөләнде
Автор:Римма Галимова
Читайте нас