Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март 2022, 20:55

ТЫНҒЫҺЫҘ ШАҒИР УЛ …

Мин Вәрис Аҡбашевты күптән беләм: ҡәләмдәш булараҡ, ялҡынлы шағир булараҡ… Егәрле кеше ул, әүҙем ижадсы ла. Ләкин тәүләп күреүем уны ошо Салауат кинотеатры ҡаршында булды буғай. Беҙ шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова менән светофор аша сығып килгәндә улар остазы шағирә Земфира Муллағәлиева менән ҡаршыбыҙға осранылар. Шул ваҡыттан алып әллә күпме һыуҙар аҡты, елдәр иҫте, ямғырҙар яуҙы, бурандар семетте – осона ла сығырлыҡ түгел. Ләкин ул – шул мин белгән йылдар әллә ни үҙгәртмәгән матур йөҙлө, яғымлы тауышлы, түҙемле йөрәкле Вәрис булып ҡалды.

      Ни өсөн түҙемлеме? Сөнки йәй булһынмы, яҙмы-көҙмө, һалҡын ҡышмы? Ул Талбазыла йәшәһә лә Стәрлетамаҡта үткән бер әҙәби саранан да ҡалманы тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Тик уны 40 йылдан һуң ғына союзға алдылар.
Вәрис Йәғәфәр улы Аҡбашев 1959 йылдың 5 авгусында Ауырғазы районы Атйетәр ауылында тыуған. Яңы Атйетәр ауылының Батыр урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1975 йылда Стәрлетамаҡ химия-технология техникумында уҡырға инә. Әлеге ваҡытта Ямал-Ненец автономиялы округында НГДУ «РИТЭКНадымнефть»тә вахта ысулы менән эшләй. 1996 йылдан – Ауырғазы районының «Зәңгәр шишмә» тип аталған әҙәби берекмә етәксеһе. 2007 йылда Ямал-Ненец автономиялы округының «Промозерный» ҡасабаһында «Башҡорт- татар клубын ойоштора. Ул бернисә шиғри йыйынтыҡ һәм проза китабы авторы. Ололарға ла, кескәйҙәр өсөн дә ижад итә.
Вәрис Йәғәфәр улы Аҡбашев – Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты. Уның шиғырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килер тип уйлайым.


ҒӘЗИЗ ЕРЕМ
Нурлы ҡояш керпектәре
Таңды уятты.
Ысыҡ емелдәгән донъя
Булды яп-яҡты.
Күл өҫтөндә, ялт-йолт килеп,
Балыҡ уйнаны.
Оло тирәк, тулҡынланып,
Елде тыңланы.
Әкрен генә йырын һуҙҙы
Йылы елкәйем.
Ниндәй матур, нурлы, моңло
Тыуған еркәйем!

АЙ ЯЛ ИТӘ
Ай китте ял итергә
Офоҡта таң уянғас.
Сутылдап моңдарын сәсте
Бөҙрә талда һандуғас.
Уның моңона тирбәлеп,
Сәскәләр күҙен асты.
- Бөгөн шундай матурһың, - тип
Һайрай данлап ҡояшты.


ЕР ҺУЛЫШЫ
Ваҡ күҙле ямғыр һибәләй,
Сәскә тажы асыла.
Ем-ем килеп япраҡтарҙа
Тау шыуалар тамсылар.
Ләйсән ямғыр, иркәләнеп,
Үлән-сәскәне наҙлай.
Һәр тамсыла тыуған ерҙең
Яҡты ҡарашы баҙлай.
Вәрис АҠБАШЕВ.

 

ТЫНҒЫҺЫҘ ШАҒИР УЛ …
ТЫНҒЫҺЫҘ ШАҒИР УЛ …
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: