Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Март 2022, 07:45

Ижад кешеһе ҡайҙа ла юғалып ҡалмай!

Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы эшләй башлағас шағирә Зөһрә Үтәғолова үҙе беҙҙең менән бәйләнешкә инде һәм Белореттан Стәрлетамаҡҡа күсеп килеүе тураһында хәбәр итте. Мин был яңылыҡты шатланып ҡабул иттем. Сөнки уның профессиональ яҙыусы икәнен күптән белә инем.

Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы Үтәғолова 1961 йылдың 15 авгусында Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған. Ҡулына аттестат алғас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия нститутының филология факультетына уҡырға инә.Күңеле хискә мөлдөрәмә тулы булыуы, йыр-моңға ғашиҡлығы уға бик иртә ҡәләм тотторған: шиғырҙарҙы ул мәктәптә уҡыған сағынан уҡ яҙа башлай. Шул ваҡыттан алып уның ижады район, республика матбуғатында йыш баҫыла. Талибә сағында “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгенә йөрөү ижадына талапсан ҡарарға өйрәтә, күңеленә илһам, дәрт өҫтәй. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Исламбай ауылына килен булып төшә. Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы уҡыусылар күңелендә ижадҡа юл яра. Ә 2000-се йылда Белоретҡа күсеп килергә ҡарар итә йәш ғаилә . Ауылдарҙа колхоз-совхоздар таралып, башҡа сәнәғәт ойошмалары ла юҡҡа сығып бөткәс, шофер булып эшләгән тормош иптәше Сәғиткә лә даими эш урыны талап ителә. Бер-бер артлы үҫеп килеүсе ике ҡыҙҙарын да уҡытырға, кейендерергә кәрәк етмәһә. Шулай итеп, улар ҡала кешеһенә әүерелә. Сәғит автотранспорт предприятийыһына автобус йөрөтөүсе булып урынлашһа, Зөһрәгә бәхет икенсе яҡлап йылмая. Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙына белеменә ярашлы эш урыны табыла гимназияла. Уны бында ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп алалар. Белоретта күптән түгел асылған Башҡорт гимназияһының һәләтле, бурыстарына юғары талап ҡуйылған уҡытыусылар коллективы туплап, үҫеш юлына сығып, нығынып килгән сағы була әле. Тырышлыҡтың яҡшы һөҙөмтәләре лә күҙгә күренеп үҫә бара. БДИ һөҙөмтәләре йылдан йыл яҡшыра барып, балдар күрһәткесе буйынса ла, юғары уҡыу йорттарына инеүселәр һаны буйынса ла ҡала мәктәптәре араһында абруйлы урын яулай гимназия.Тап гимназияла эшләгән осоронда асыла ла инде Зөһрәнең уҡытыусы,ойоштороусо, ижади һәләтттәре. Класстан тыш сәғәттәрҙе бушҡа уҙғармай, уҡыусы балалар өсөн Юрматау әҙәби түңәрәген ойоштора. Гимназияның “Тере шишмә” гәзитен сығара, “Инеш” радиоэфирын ойоштороуға ярҙамитергә лә өлгөрә ул. Бер үк ваҡытта гимназиялағы журналистика түңәрәген алып бара. Бейеүсе бейей-бейей оҫтара тигәндәре, уның тураһында әйтелгән кеүек. Үҙе лә гәзиттәрҙә мәҡәләләр баҫтыра торғас, БР журналистар союзына ағза итеп ҡабул ителә. 2014-се йылдан БР, РФ яҙыусылар берлеге ағзаһы ла. Шиғриәт менән ныҡлап шөғөлләнеүе лә шул йылдарға тап килә. Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы байтаҡ Маҡтау грамоталары туплаған уҡытыусы, шул иҫәптән Мәғариф министрлығының маҡтау грамотаһына ла лайыҡ булған.. Ә гимназияның журналистика түңәрәгендәшөғөлләнеүселәрҙән: Нәркәс Йосопова, Нәркәс Вәлиуллина, Гөлназ Йомабаевалар телевидение журналистары булып киттеләр. Үҙенең ике ҡыҙы ла атай-әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙе уҡыған Стәрлетамаҡ педагогия академияһын ҡыҙыл дипломға тамалап: Венера -юғары категориялы уҡытыусы, ул Стәрлетамаҡтың данлыҡлы 23-сө мәктәптәбендә урыҫ кластарында башҡорт теленән белем бирә. Нурия Иҡсанова ла күптәргә
таныштыр. Ул Силәбелә Башҡортостан вәкиллегендә белгес вазифаһын башҡарҙы, Силәбелә башҡорт телендә баҫылған “Уралым” гәзитенсығарыуҙа, телевиденийыһында башҡорт телендә тапшырыуҙар алып барыуҙа әүҙемлек күрһәтте. Хәҙер иһә Өфөгә ҡайтып Халыҡтар дуҫлығы йортонда баш белгес булып эшләй. Үкенескә ҡаршы, Зөһрәнең ире 2012 йылда инсульт үткәргән, бына 6 йыл инде Зөһрә ханым коляскала ултырған тормош иптәшен тәрбиәләй..17 йыл буйына Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында тел һәм әҙәбиәт дәрестәренән уҡытыу менән бер үк ваҡытта ижадтан да ситләшмәй..“Бәләбәй ҡалаһында үткән Илһам шишмәләре”конкурсы лауреаты була. “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” гранты еңеүсеһе, Белорет ҡалаһы эсендә булдырылған “Ағиҙел өҫтөндә йәйғор” премияһын яулаусы ла ул. З.Биишева исемендәге китап нәшриәтендә 4 китабы донъя күрҙе. “Юл япрағы”(2001), “Һыу юлы” (2009), “Ҡунаҡ күрһәтәм” (2013), «Йәнле мунсаҡ» (2019 йыл). Уның һүҙҙәренә Гәүһәр Бирҙеғолова, Миңнур Ҡасимова, Азамат Усманов, Риф Сәлишев, Дамир Солтанов, Юнир Һағынбаев, Рафаэль Салихов, Данир Далхин, Резидә Әхмәтова, Резеда Мөхәмәтйәновалар көйҙәр яҙған.

Зөһрә Үтәғолова РФ һәм РБ Журналистар, Яҙыусылар союзы ағзаһы. Тормош иптәше Бөрйән егете Сәғит Үтәғолов менән 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары, Стәрлетамаҡ академияһында юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, яҡшы ғына эшләп йөрөйҙәр (Нурия Иҡсанова Силәбе ҡалаһында “Уралым” телевидениеһының редакторы була, әле телекорреспондент. Венера Вәхитова – филолог). Зөһрә Үтәғолова бөгөн иһә Элина менән Самира исемле ейәнсәрҙәренә өләсәй һабағы бирә. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә шағирә Зөһрә Үтәғолованың ижад емештәре хуш килер тип уйлайым.
Римма ҒӘЛИМОВА, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.


БАЛАЛАРЫМ ҠАЙТҠАНДА

Алыштырам өҫ-башымды,

Үрәйем сәстәремде.

Ҡайтып килә балаларым

Белергә хәлдәремде.

Көлөп торһон тирә-яғым:

Ипкә килтерәм йортто.

Өлгөртәйем аш-һыуымды,

Өҫтәп яғайым утты.

Йүгереп йөрөп ҡуям һыйҙар:

Һығылһын өҫтәл, әйҙә!

Ауыҙ итһен балаларым,

Йыйылып ҡайтҡан мәлдә.

Байрам кәйефе күңелдә-

Балаларым ҡайтҡанда.

Ишеттермәм ыңғырашыу

Һыҙланып та ятһам да...


СЕЙӘЛТМӘЙЕК КҮҢЕЛ ЕБЕН

Сейәлтмәйек күңел ебен:

Татулыҡҡа ни етә!

Атлығышып осрашайыҡ,

Ағымдай ғүмер үтә.

Һыуытмайыҡ араларҙы,

Ҡунмаһын туҙан юлға.

Йәшәйек туғандар менән,

Тотоноп ҡулды-ҡулға.

Уртаҡ ҡарын- сәңгелдәктә

Тирбәткән әсәй беҙҙе.

Биш бармаҡтай тигеҙ күреп,

Үҫтергән һәммәбеҙҙе.


КӨТТӨРМӘЙЕК ӘСӘЛӘРҘЕ...

Тәҙрәнән күҙен алмай

Көтә әсә балаһын.

Аҡланмаһа өмөттәре-

Уңалтыр кем яраһын?

Әсәй, әсәй, өҙгөләнмә,

Юлға сығам атлығып.

Улым, ҡыҙым ҡайтыр, тиеп

Бөткәнһеңдер талсығып.

Эшкә әүрәп уҙһа көнө,

Үҙәккә үтә төндәр.

Йөрәген саҡматаш итеп,

Юлыма әсәй түшәр.

Тилмертмәйек әсәләрҙе,

Теләй икән күрергә.

Тәҙрә төптәренән алып,

Ултыртайыҡ түрҙәргә!

МОҢДАРЫМ АША

Һибелә ҡарҙар, һибелә,

Килеп ҡуна иңемә.

Күк сәләмен тапшырғандай,

Йондоҙ булып теҙелә.

Аҡ йондоҙ араһында

Бәхет ҡамыры таша.

Өләшәмен тик шатлыҡтар

Йөрәк моңдарым аша.

Һәр кемебеҙ устарында

Балҡытһын яҡты йондоҙ.

Йондоҙло тормош ҡорғанда,

Ҡалмаҫбыҙ утһыҙ, йырһыҙ...


ЙЫРЛЫ ҮТҺЕН ҒҮМЕР

Һәр таңды ҡаршы ала

Ҡошҡайҙар йыры менән.

Беҙҙең дә бар үҙ моңобоҙ

Оялар ҡорған көндән.

Күпме осто бала ҡошсоҡ

Таң йырынан көс алып.

Йырлы үтер беҙҙең ғүмер,

Балаларға таянып.

Насип булһын барыбыҙға

Бишектәр тирбәтергә.

Ҡыштарын да һайрар ҡоштар,

Тәҙрәне сиртә-сиртә...


ҒӘЗИЗ ӘСӘЙҘӘР

Көтөп алған әсәй мине,

Төрөп һалған биләүгә.

Ғүмер биргән әсәйемә

Бурыслымын иң тәүҙә.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз генә

Әсәйҙәр был донъяла.

Ҡосаҡтары- һүнмәҫ усаҡ,

Йөҙҙәренән нур тама.

Сабыйҙарҙың ауазына

Ҡушыла әсә йыры.

Балаһына бәхет теләй

Әсәйҙәр ғүмер буйы...


МӨХӘББӘТ КӨСӨ

Һинең генә күҙҙәр,

Һинең генә һүҙҙәр

Яратылған икән кем өсөн?

Аҡылымды юйҙым,

Көтмәгәндә тойҙом

Мөхәббәтттең изге бер көсөн.

Осоп ҡына ҡунам,

Ҡулдарымды һуҙам-

Ҡосағыңа ал да иркәлә.

Йәшнәп-күкрәп янам, хыялымда сабам

Ҡаршылыҡтар аша эргәңә.

Ник осраттым һине,

Оноторға ине-

Тик үҙемсә һөйәм- йәшертен.

Илһам һалып киттең,

Көнөм нурлы иттең,

Һин бүләге тиле йәшлектең...
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.

 

Ижад кешеһе ҡайҙа ла юғалып ҡалмай!
Ижад кешеһе ҡайҙа ла юғалып ҡалмай!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: