Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Март 2022, 14:02

Стәрлетамаҡ төрмәһендә ләлә сәскәләрен үҫтерәләр.

Стәрлетамаҡ холоҡ төҙәтеү колонияһына  хөкөм ителгән ҡатын-ҡыҙҙар 8 мартҡа ҡарата ике меңдән ашыу ләлә сәскәһен үҫтергән. 

Стәрлетамаҡ төрмәһендә ләлә сәскәләрен үҫтерәләр.
Стәрлетамаҡ төрмәһендә ләлә сәскәләрен үҫтерәләр.

Баҡтиһәң, сәскәләрҙән  тыш йәшелсә һәм  йыл әйләнәһенә төрлө культуралар ҙа  үҫтерелә. Колонияла тотҡондарҙы рәсми рәүештә эшкә урынлаштыралар, хеҙмәт хаҡы түләйҙәр. Ярҙамсы хужалыҡ республикалағы бөтә колонияларҙы йәшелсә менән тәьмин итергә булыша. Колония хеҙмәткәрҙәре үҫентеләр төрҙәрен арттырырға уйлай, тимәк, хөкөм ителгәндәр өсөн тиҙҙән эш урындары ла артасаҡ.
Уғрылыҡ арҡаһында колонияға килеп эләккән Анастасияның да яратҡан шөғөлө-баҡса эштәре менән булышыу. Яҙҙың иң күркәм байрамы - 8 мартҡа ләлә сәскәләрен өлгөртөү өсөн ҡыҙ быйыл айырыуса ҙур тырышлыҡ һалған.
- Колония миңә хаталарымды таныуҙан тыш, күңеленә ятҡан эш табырға ла ярҙам итте,дүрт айҙан иреккә сығасаҡмын-ти Анастасия. Үҙе әйтеүенсә, эшһеҙлек һәм аҡсаһыҙлыҡтан законды боҙоуға барған ул. Әммә хәҙер барыһын да аңлаған. Әлеге ваҡытта уның ҡайтыуын өйөндә түҙемһеҙләнеп ҡыҙы һәм ата-әсәһе көтә. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: