Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2022, 13:05

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы сараларҙы ғәмәлдән сығарыу күҙалланмай

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак һүҙҙәренсә, республикала коронавирус менән сирләү осраҡтары кәмей, һуңғы аҙнала 25 процентҡа аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта һуңғы тәүлектә 1702 осраҡ асыҡланған.

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы сараларҙы ғәмәлдән сығарыу күҙалланмай
Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы сараларҙы ғәмәлдән сығарыу күҙалланмай

- Эпидемиологик сараларҙы йомшартыу тураһында һөйләргә иртәрәк. Ковидҡа ҡаршы саралар буйынса ҡарарҙар Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге оператив штабта ҡабул ителә, — тип билдәләне ул.

Мэр Сергей Собяниндың указы менән 15 марттан Мәскәүҙә битлек кейеү режимы һәм башҡа ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр бөтөрөлә.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: