“Бурысты мотлаҡ ҡайтарам”
Бына социаль селтәрҙәрҙә “үрмәксе ауына” эләккәндәрҙең бер нисәһенең генә тарихына иғтибар итәйек. Алыҫ йөрөргә түгел, Пермь ҡалаһында төҫкә-башҡа ипле генә күренгән ир ҡатын менән бер-ике күрешкәндән һуң, ҡатынға ипотекаһын түләүҙе еңеләйтеү маҡсатында банк менән хәлде шымартыр өсөн 18 мең һум аҡса кәрәклеген ышандыра ала. Һәм ул аҡсаны ҡулға төшөрөү менән юҡҡа сыға. Тик бәхеткә күрә, хоҡуҡ һаҡсылары уның эҙенә төшә. Ә бына 37 йәшлек Мәскәү ҡатынының яҙмышы аянысыраҡ тамамлана. Социаль селтәрҙәрҙә танышҡан Омск ире бер аҙ аралашҡандан һуң Мәскәүгә ҡатын янына килергә була һәм юл хаҡының ҡыйбатланыуына (ҡыйбат билеттар ғына ҡалған була) һылтанып, 50 мең һум аҡса ебәрергә күндерә ала. Ул ысынлап килә, ике көн бергә булалар. Өсөнсө көндә ҡатын саҡырғас, ир ҡапыл проблемаһы сығыуы, әсәһенең аварияға эләгеүе, шул арҡала ҡайтып китергә тейешлеген аңлата. Был хәбәргә ышанған ҡатын “һөйгәненең әсәһен ҡотҡарыр” өсөн иргә тағы ла 70 мең һум аҡсаһын “бүләк итә”. Ә ир кеше, билдәле инде, мәңгелеккә юғала…
Әлбиттә, юҡ-юғында мутлашыусылар тоҙағына ирҙәр ҙә эләгә икән. Краснодар ҡалаһынан бер егет социаль селтәрҙәрҙә “байрамдар” ойоштороу менән мәшғүл бер ҡыҙ менән таныша. Ҡыҙ ойоштороу эштәрендә тиҙ-арала 98 мең һум аҡса кәрәклеген әйтә һәм егеттән ярҙам һорай. Егет бер аҙ икеләнһә лә, ҡыҙыҡай “эшләп йөрөүен, бурысын мотлаҡ ҡайтарасағын” вәғәҙә иткәс, башта уға 40 мең һум күсерә, аҙаҡ ҡалған сумманы ла бирә. Шул арала улар социаль селтәрҙәрҙә аралашыуын дауам итәләр. Ә инде осрашыу-күрешеү ваҡыты еткәс егет ҡыҙҙы сәғәт ярым көтһә лә ҡыҙ килмәй һәм эҙһеҙ юғала…
“Миңә һеҙҙең һымаҡ ҡатын кәрәк ине...”
Үҙем дә ҡатын-ҡыҙ булараҡ, “ҡорбан” ҡатындарҙың психологияһын аңларға тырышыпмы, социаль селтәрҙәрҙә “дуҫлыҡ” тәҡдим итеүселәрҙең бер нисәһенә яуап яҙып ҡарарға булдым. Улар йәштәре буйынса 30 йәштән 64 йәшкә тиклем инеләр. Тәүгеһе Төркиәнән 43 йәшлек эшҡыуар, йөҙгә матур булһа ла аралашырға күндерә алманы… “Йырын” “Һеҙҙең күҙҙәрегеҙ оҡшай” тип башлап ебәрһә лә, йәш айырмаһын белгәс, “миңә өлкән ҡатындар” оҡшай тиһә лә, позициямдың ныҡлығын төшөнгәс, Төркиәләге сәскә плантацияларының фотоһын һалды-һалды ла, “миңә һеҙҙең һымаҡ ҡатын кәрәк ине” тип яҙҙы ла, мине дөрөҫ аңланы, башҡа борсоманы.
Икенсеһе йәшкә минең менән бер йәштә, ҡатыны менән айырылған. Тағы ла иғтибарҙы тартҡан берәү: ҡыҙ балаһы менән фотоға төшкән, 64 йәшлек ир, ҡатыны үлгән, эшҡыуар. Уныһы инде мине “королева” итергә лә, Рәсәйгә күсеп килергә лә әҙер, сөнки ҡыҙына әсәй кәрәк, имеш. Был инде етди мөнәсәбәттәргә ышаныс та тыуҙыра әле ул. Ошо миҫалдарҙа миңә ҡатын-ҡыҙ булараҡ, бер хәүеф тә янамай һымаҡ… Артабан китәйек әле. Бына һинд артисы һымаҡ матур 47 йәшлек ир, Канадала йәшәй, эшҡыуар, барыһы ла танышыуҙы “привет, красавица” тип башлап ебәрәләр бит инде. Бер-ике һөйләм яуап яҙғас, ул мине бизнесын Рәсәйҙә лә булдырыу маҡсатында үҙенә партнер итмәксе, мин уға күпмелер аҡса күсерәм дә, кешеләр тапҡас, миңә килемдең 20-25 проценты “күктән яуа” башлай, бында бер ниндәй мөхәббәткә ишара юҡ, ахры. Мин уға “мине ҡыҙыҡһындырмай, аферистарға ышанмайым” тип яҙам ҙа араны өҙәм, ул да башҡа бимазаламай... Бындай танышыуҙарҙа “Океан аръяғындағыларҙың” бер һорауына иғтибар иттем, улар барыһы ла һөйләшеп ҡуйғандай “Тормошта нисек аҡса эшләйһең?” тип һорайҙар. Мин уларға нисек бар, шулай яуап яҙҙым тиергә була.
Ошо урында нөктә ҡуйырға ла булыр ине… Тик мин осраҡлы ғына тағы бер кешегә юлыҡтым. Уның яҙмаһы минең социаль селтәрҙәрҙәге йәшерәк саҡта төшкән бик матур фото менән асыла ла: “ты красивая” тип башлана. Оҙаҡ, ҡабат-ҡабат әйтелә был һүҙ… Мин инде уға: “Я вам бабушка” тип яуап яҙам. Ул бер аҙҙан “Мин һине яратам” тип көн дә яҙа. Күрәһең, психологик һөжүм ошолай башлана. Бер ниндәй йәш айырмаһын аңлатыуҙарға ҡолаҡ һалмай, үҙенекен яҙып, иҫбатлап тик тора. Улай ғына түгел, шылтырата башлай. Ебәргән фотоһына ысынбарлыҡтағы үҙе лә тап килә. Ә уның ҡармағына эләккән яңғыҙ ҡатын, ә бигерәк тә ул “Бальзак ҡатындары йәшендә” булһа, үҙенең һылыулығына, хатта тегенең “мөхәббәтенә” лә ышана башлай. Дөрөҫөн әйткәндә, бер өс көн уның менән яҙышҡас, уға ышана ла башланым… Тик шул уҡ ваҡытта “Был ҡасан минән аҡса һорар икән?” тигән һорау ҙа мейене борсой, аферистың үҙен ҡаҡ урындыҡҡа ултыртыу сәме лә бар бит әле.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: шундай әкиәттәге һымаҡ мөхәббәт, бәхет вәғәҙә иткән ирҙе күрмәй нисек түҙәһең инде?! Ул ирҙең юлға аҡсаһы юҡлығы финалда ғына асыҡлана һәм ҡатын-ҡыҙ ысынлап та һөйгәнен күргеһе килһә, финанс мөмкинлегенән сығып барыһын да үҙе хәл итә. Әйткәндәй, минең менән аралашҡан аферист ысынлап та “ҡаҡ урынға” ултырҙы, шулай булыуына ҡарамаҫтан һаман мине яратыуын дауам итә әле... Яратһын, әйҙә… Зыяны юҡ бит! Тик, “аварияға осраған әсәһенә” ярҙам итергә, “уртаҡ бизнес” булдырырға, Стәрлетамаҡҡа килергә “билет алырға” ла аҡса сығып бармай! Алдана күрмәгеҙ, дуҫтар!
Римма ҒӘЛИМОВА.