Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2022, 13:00

Йәмәғәт транспортын һаҡлап ҡалыу өсөн...

Пассажирҙар ташыусы ҡала транспортының артабан да тотороҡло эшләүен нисек һаҡлап ҡалырға? Ҡала хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Александр Клебанов һәм муниципаль һәм муниципаль-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндереүселәр ҡатнашлығында ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә тап ошо мәсьәлә күтәрелде.

Фекер алышыуҙа пассажирҙарҙы ташыусы дәүләт һәм муниципаль предприятиелар, шулай уҡ шәхси компаниялар ҙа ҡатнашты. Сараны хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров алып барҙы. Осрашыуҙың маҡсаты булып ҡала йәмәғәтселек транспортын үҫтереү мәсьәләләре, маршруттарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итеү торҙо. Стәрлетамаҡта “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” муниципаль предприятиеһы, “Башавтотранс” автотранспорт дәүләт унитар преприятиеһының Стәрлетамаҡ филиалы һәм шәхси йөрөтөүселәр эшләй.

Бөгөнгө көндә, дөйөм иҡтисади хәлгә бәйле, транспорт компаниялары запас частарҙың һәм яғыулыҡ материалдарының ҡыйбатланыуына килеп төртөлдө. Мәҫәлән, троллейбустарҙың сымдары 77 процентҡа ҡыйбатланһа, подшипниктар  – 115 процентка, ә тәгәрмәҫтәр 80 процентка тиклем күтәрелде. Шулай уҡ ҡағыҙға хаҡ артыу сәбәпле, хатта чек лентаһы хаҡы ла 6 тапҡыр артты. Транспорт ойошмалары етәкселәрен был хәл борсоуға һала. Фекер алышыу барышында сарала ҡатнашыусылар йәмәғәтселек транспортында хеҙмәтләндереү өсөн тарифтарҙы бер аҙ күтәреү маршруттарҙы һаҡлап ҡалдырырға ярҙам итәсәк, тигән фекергә килде.

– Стәрлетамаҡта тарифтар – республикала иң түбәне рәтендә. Троллейбуста йөрөү хаҡы 2020 йылдан бирле күтәрелгәне юҡ. Ябай булмаған пандемия ваҡытында Стәрлетамаҡ хакимиәтендә был процесты мөмкин тиклем үҙгәртмәй ҡалдырып булды. Ләкин инфляцияға бәйле, шулай уҡ яғыулыҡ, запчастарға хаҡтар артыу сәбәпле, тарифтарҙы күтәрмәү мөмкин түгел, – тип билдәләне Александр Клебанов. Ә Артур Ғафаров һүҙҙәренә ҡарағанда, “алтын урталыҡ”ты табыу зарур. Был иһә көндән-көн үҫешкән ҡала өсөн пассажирҙар ташыусы транспортты һаҡлап ҡалыу өсөн мөһим булһа, икенсенән, ҡала халҡын сифатлы һәм хәүефһеҙ йәмәғәтселек транспорты менән тәьмин итеү өсөн дә кәрәк.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Григорий МЕЛЬНИКОВ фотоһы

Йәмәғәт транспортын һаҡлап ҡалыу өсөн...
Йәмәғәт транспортын һаҡлап ҡалыу өсөн...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: