Күсәрбайҙың киләсәген төҫмөрләп…
Был сараны ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль район Хакимиәте, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Стәрлетамаҡ районының мәғариф бүлеге, Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауыл советы ауыл биләмәһе тора, шулай уҡ сарала Кантюковка ауылы руханиҙары вәкилдәре һәм Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, Кантюковка, Күсәрбай ауылдары халҡы ҡатнашты.
Сара “Айыҡ ауыл – 2020” республика конкурсында еңгән Күсәрбай ауылындағы осрашыуҙан башланды. Конкурс сиктәрендә тормошҡа ашырылған объекттар буйынса экскурсиялар ойошторолдо. Рязановка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Хөснөтдинов, Нәзифә Насырова һәм Гүзәл Аҡсулпанованың сығыштарын тыңлап, Күсәрбай ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында, Күсәрбай ауылы башланғыс мәктәбендә һәм балалар баҡсаһында, мәсеттә, китапханала осрашыуҙар, бынан тыш балаҫ һуғыу оҫталары менән танышыуҙар – барыһы ла ауыл киләсәген төҫмөрләргә булышлыҡ итте. Күсәрбайҙар өсөн бик тә шатландыҡ.
Китапхананан мәсеткә тиклем
Ә бына Кантюковка ауылында сәфәребеҙ урындағы китапханан башланды. Унда беҙҙе Кантюковка ауылы китапханаһының тарихы менән таныштырҙылар. Минең уйымса, уның тарихы бик ҡыҙыҡлы. 1958 йылда Аллағыуат ауылында иҫке ағас клуб урынына кирбеҫтән ҙур мәҙәниәт йорто төҙөлә. Уның 500 урынлыҡ тамаша залы, балконы, шунда уҡ китапхана һәм үҙешмәкәр түңәрәктәр өсөн байтаҡ бүлмәләре булған. 1950-1954 йылдарҙа китапхана Аллағыуат ауыл советы бинаһында урынлашҡан булған. 2013 йылдың 1 апрелендә Аллағыуат ауыл китапханаһы Кантюковка ауыл китапханаһы, тип үҙгәртелә. Китапхананың китаптар һәм ваҡытлы баҫманың фонды ҡасандыр 13558 дана булһа, әле белемдең бөтә өлкәләре буйынса китапхананың китаптар фонды – 11739 дана тәшкил итә. Бөгөн иһә китапхана – китап һәм матбуғат баҫмаһы менән генә сикләнмәй, ә аралашыу үҙәге булып та тора, күп төрлө проекттарҙа ҡатнаша.
Яҡташ геройҙарға мәңгелек дан
Китапханалағы осрашыу барышында РФ Дәүләт Думаһының бишенсе, алтынсы саҡырылыш депутаты, БДМУ-ның медицина генетикаһы һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы, БР һәм РФ-ның атҡаҙанған табибы, “Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсы кураторы Сәлиә Мырҙабаева иғтибарҙы был тарафтарҙың Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмоавҡа йүнәлтте. “Тамыр” студияһының яҡташыбыҙ ерләнгән Румынияға барып, “Алмалы баҡса” фильмын төшөрөргә үҙе лә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүе тураһында һөйләне.
– Проектығыҙ программаһына ошо фильмды ҡарауҙы ла индерһәгеҙ ине, – тине ул. – Быны һеҙҙең һәм Наумовка китаханаһында эшләргә бар мөмкинлектәр бар, яҡташ герой хаҡындағы фильм балаларға ла, өлкәндәргә лә оҡшаясаҡ. Яҡташ-геройыбыҙҙың батырлығы миҫалында Стәрлетамаҡ районы мәктәп уҡыусыларын хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү – үҙе үк матур башланғыс булып тора.
Шулай уҡ Кантюковка ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунты ла яҡты тәҫораттар ҡалдырҙы. Наумовка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Денис Чиликиндың “Наумовка ауыл советы ауыл биләмәһе эшмәкәрлегенең һәм иҡтисади үҫешенең төп мәсьәләләре” тигән сығышы бик урынлы булды. Стәрлетамаҡ районының архив бүлеге начальнигы Розалия Чиликинаның тарихи мәғлүмәттәр менән таныштырыуы бик ҡыҙыҡлы ине.
Аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалдыҡ.
“Суфия” мәсетендә тәжрибә уртаҡлашыу
Артабан мәсет буйлап экскурсия, никах туйы йолаһын ҡарау, “Суфия” мәсетенең имам-хатибы Рәмил Зәйнуллин хәҙрәттең сығышын тыңлау, фатихаһын алыу эшкә дәрт өҫтәмәй ҡалмай. Ә “Суфия” мәсетендә “түңәрәк өҫтәл” барышында Стәрлетамаҡ районы хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары Римма Ниғмәтуллина, Илдар Ғәзизов, Наумовка ауыл Советы депутаты Фәриҙә Кантюкова, Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы, Бөтә донъя башҡорттары ҡрорлтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Вельмер Аҙнаевтарҙың ҡатнашыуҙары сараға мәртәбә өҫтәне. Ә Өфө ҡунаҡтары – Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, БДУ-ның Башҡортостан тарихы археология һәм этнология кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев, БР Стратегик тикшереүҙәр институты ғилми секретары Юлай Аҡсулпанов, шулай уҡ БДУ доценты Мөнир Ҡарабаевтарҙың сығыштары бик фәһемле булды. Беҙҙе иң һоҡландырғаны Рәфҡәт Кантюковтың үҙ аҡсаһына һалдырған әллә ҡайҙан иман нуры сәсеп торған “Суфия” мәсете булды, әлбиттә.
“Айыҡ ауыл”дарҙың асылы
– Билдәле булыуынса, “Айыҡ ауыл” конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән ул кире тергеҙелде. Проектты тормошҡа ашырыуға журналистар, сәхнә оҫталары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителә. Урындағы һәм дәүләт власы органдары иһә уның һөҙөмтәләре буйынса төрлө ҡануни акттар, башҡа документтар тәҡдим итә. Конкурста ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр эскелеккә ҡаршы көрәшкә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Тәүге этапҡа һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойоштороу комитеты презентация материалдарына ҡарап яһай.
Сәлиә Мырҙабаева проекттың фәҡәт республика халҡы әүҙемлеге арҡаһында уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Иң бәләкәй ауылдар ҙа конкурста әүҙем ҡатнаша һәм ҡаҙаныштарға өлгәшә, тине ул. “Әгәр 2019 йылда муниципаль этапта төбәк ауылдарының ун проценты ҡатнашһа, республика этабында – райондарҙың 87, 2020 йылда ауылдарҙың 47 проценты, ә райондарҙың барыһы ла көсөн һынап ҡараған. Һөҙөмтәлә сәләмәт тормошто үҙ иткән, айыҡ йәшәү рәүеше алып барған, төрлө үҙешмәкәр коллективтарҙа, спорт секцияларында шөғөлләнгән кешеләрҙең һаны, иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән сараларҙың артыуы күҙәтелә, алкоголдән ағыуланып вафат булған граждандар иҫәбе кәмей, араҡы һатыу күләме түбәнәйә”, – тине Сәлиә Мырҙабаева.
Конкурс шарттары
Әйткәндәй, Быйылғы конкурс тәртиптәренә килгәндә, ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Ул 2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың 30 июненә тиклем ике этапта үтә. Сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙа ыңғай тәжрибә, өлгөлө миҫалдар менән уртаҡлашыу өсөн муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тә хуплана. Былтырғы кеүек үк, конкурстың республика этабында еңеүселәр тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап билдәләнәсәк. Һәр номинацияла өсәрҙән 12 еңеүсе билдәләнәсәк. Бүләк фонды – 40 миллион һум! Алты миллион һумлыҡ иң ҙур приз “Эре тораҡ пункт” номинацияһында еңгән ауылға биреләсәк. Номинацияларҙа еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аҡса аласаҡ, тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, приз суммаһы төрлө буласаҡ.
Иман ҡайтһын ауылдарға
Конкурста ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр алкоголизм менән көрәшкә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Тәүге этапҡа һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойоштороу комитеты презентация материалдарына нигеҙләнеп яһай. Үткән йылдарҙағы кеүек, конкурс барышында төрлө тематик акциялар үткәреләсәк. Сара аҙағында Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы “ҡоро закон” индереү инициативаһын күтәреп сыҡты. Уның тәртибен аңлатты. Ә Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Стәрлетамаҡ районы Хакимиәтенең мәғариф бүлеге муниципаль учреждениеһы начальнигы Эльвера Иманғолова сарала ҡатнашыусыларға ихлас рәхмәттәрен еткерҙе.
Һуңынан Сәлиә Мырҙағолова алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты һәм Маҡтау ҡағыҙы менән тәбрикләне. Күсәрбай һәм Кантюковка тәжрибәһен Башҡортостандың һәр ауылы үҙендә ҡуллана ала. “Айыҡ ауыл”дар артҡан һайын ауылдарға иман ҡайта.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Стәрлетамаҡ-Күсәрбай-Кантюковка-Стәрлетамаҡ.
Илүзә ҠАРАҒОЛОВА фотолары.