Һуңғы ваҡиғалар менән бәйле, Донецк һәм Луганск республикаларында йәшәүселәрҙең ауыр осор кисереүҙәрен барыһына ла билдәле. Беҙҙең кеүек кешеләргә хәүеф янаған мәлдә беҙ ҙә ситтә ҡала алмайбыҙ.
Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж базаһында Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам пункты булдырылды.
Бында студенттар ,ирекмәндәр һәм уҡытыусылар бик әүҙем ҡатнаша. Март аҙағына 1 тонна 300 килограмм йыйылған гуманитар ярҙам Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатылды.
Гуманитар ярҙам Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Свердлов урамы 21б адресы буйынса ҡабул ителә. Эш ваҡыты иртәнге 10-дан киске 6-ға тиклем. Ярҙам сифатында түбәндәге әйберҙәр ҡабул ителә:
- түшәк кәрәк-яраҡтары (юрғандар, мендәрҙәр, простынялар),
- ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәрҙең миҙгелгә яраҡлы кейеме (эске кейем, ойоҡбаш, аяҡ кейеме),
- миҙгелгә яраҡлы балалар кейеме һәм аяҡ кейеме (кескәй балалар, урта һәм өлкән йәштәгеләр өсөн),
- сәй, кофе,
- шәхси һаҡланыу саралары,
- балалар аҙығы (ҡоро),
- киптерелгән паёк − печенье, - кәнфиттәр,
- шәкәр,
- ҡуйыртылған һөт,
- ярмалар,
макарон изделиелары,
- консервалар,
- тоҙланған аҙыҡ-түлек,
- теш пастаһы/теш щеткалары,
- шампунь,
- һабын/душ өсөн гелдәр,
- таҫтамал,
- балалар подгузниктары,
- бер тапҡыр һәм күп тапҡыр ҡулланыла торған йүргәктәр,
- уйынсыҡтар, китаптар, канцелярия тауарҙары.
- бәҙрәф ҡағыҙы,
- ҡатын-ҡыҙҙар гигиенаһы саралары,
- дымлы салфеткалар,
- бер тапҡыр ҡуллана торған һауыт-һаба (стакандар, тәрилкәләр, ҡалаҡтар),
- кулерҙар,
- һауыттарға тултырылған һыу,
- электр шнурын оҙонайтҡыстар – электр сәйнүктәре.
Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: гуманитар ярҙам өсөн бөтә әйберҙәр ҙә яңы булырға тейеш (тотош төргәктә, этикеткаһы менән), аҙыҡ-түлек оҙайлы һаҡлауға яраҡлы һәм яраҡлылыҡ срогы менән булыуы мөһим.