Евгений Волков башта Стәрлетамаҡта станоктар төҙөү техникумын тамамлаған, унан армияла хеҙмәт иткән. Хеҙмәт юлын «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы»нда аппаратсы булып башлай. 2014-2015 йылдарҙа Стәрлетамаҡта «Эшлекле ҡарарҙар үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә техник мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары; 2015-2017 йылдарҙа Стәрлетамаҡ хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә хужалыҡ-файҙаланыу участкаһы мөдире була. 2016 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2017-2018 йылдарҙа Красногорск ҡалаһының урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү үҙәге директоры урынбаҫары, 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығының эштәр менән идара итеү ярҙамсыһы вазифаларында эшләй. 2020 йылдан Е.Г.Волков "Красноусольск" шифаханаһын етәкләй. 2022 йылдың июненән Стәрлетамаҡ районы ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары була, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.